Фитыр саҙаҡаһы зәкәт бирелә торған кешеләргә бирелә.1. Ярлыларға: көс-ҡеүәте бар, ләкин алған аҡсаһы үҙенә етмәй торған кешеләргә. Был кешеләр динебеҙ буйынса ярлы — фәҡир тип һанала.2. Меҫкендәргә: ҡулында һис бер әйбере һәм көс- ҡеүәте булмағандарға.3. Бурыслыларға: бурысы булған мохтаж мосолмандарҙы бурыстан ҡотҡарырға ярҙам итеү өсөн.4. Уҡырға теләгән, ләкин мөмкинлеге булмаған шәкерттәргә һ.б. (йәтимдәргә, ғәрип-сирлеләргә) бирелә.5. Бер туғаныңа, ике туғаныңа, икенсе дин кешеһенә.6. Зәкәт фондтарына. Хәҙерге ваҡытта ул мәсеттәрҙәге махсус йыйылған саҙаҡа әрйәләренә. Мәсеттәге дөйөм саҙаҡа менән: бутарға ярамай. Был аҡсалар иһә түбәндәге әйтелеп үткәндәргә мәсеттән бүленеп бирелергә тейеш.Кемдәргә фитыр саҙаҡаһы бирелмәй.1. Үҙ атай-әсәйҙәреңә.2. үҙ өләсәй-олатайҙарыңа.3. үҙ балаларыңа.4. үҙ ейәндәреңә.5. Ир — ҡатынына, ҡатын — иренә.6. Байҙарға.Фитыр саҙаҡаһын, Ураҙа байрамы көнөндә, таң атҡандан һуң ғәйет намаҙы уҡылғансы биреү сауаплыраҡ һанала. Сөнки байрам итәргә аҡсаһы булмаған фәҡирҙәрҙе ошо байрамға саҡлы һөйөндөреү артығыраҡ. Шулай уҡ Рамаҙан айы башланыу менән дә һәм уның барышында ла биреп ҡуйыу ҙа дөрөҫ була. Фитрҙы аҡсалата, йәки ризыҡ менән биреү дөрөҫ.Фитыр саҙаҡаһын ураҙа тотҡан кеше лә, ураҙа тотмағандарҙа бирергә тейеш.Аллаһы Тәғәлә тарафынан үтәлергә ҡушылған әлеге ғибәҙәттең хикмәте шунда, әлеге саҙаҡаны түләү менән беҙ ураҙа ваҡытында ебәрелгән хата-кәмселектәребеҙҙән һәм яңылышыуыбыҙҙан азат булырбыҙ, Инша Аллаһ.Әнәс бине Мәликтән килгән хәҙистә былай тиелгән: «Рамаҙан ураҙаһы ер менән күк араһында эленеп тора, һәм фытыр саҙаҡаһын биргәндән һуң ғына ул күктәргә ашасаҡ» (Имам Дайлами).Фытыр саҙаҡаһын мосолман булмағандарҙан һәм фәҡирҙәрҙән тыш, бар кеше лә бирергә тейеш. Мосолман булмағандар үҙҙәре өсөн был саҙаҡаны бирергә тейеш булмаһалар ҙа, улар үҙҙәре ҡарамағында булған мосолмандар өсөн уны түләргә тейеш.