Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Май 2020, 10:35

Иҫке йорттар бөтөрөлә

Граждандарҙы иҫке йорттарҙан күсереү өсөн федераль ҡаҙнанан 35,4 миллиард һум аҡса бүленгән.

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Бының өсөн федераль ҡаҙнанан 35,4 миллиард һум аҡса бүленгән. Рәсәй субъекттары авария хәлендәге торлаҡ фондынан граждандарҙы күсереү программаһын тормошҡа ашырыуҙы тиҙләтергә теләй. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, бөгөнгә 965 мең квадрат метр авария хәлендәге йорттарҙан 60 мең кеше күсерелгән, был быйылғы пландың 97 процентын тәшкил итә. Тимәк, быйыл авария хәлендәге йорттарҙан күсереү планы бер нисә тапҡырға арттырып үтәләсәк. Һөҙөмтәлә “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә 2024 йыл аҙағына тиклем күсерелгән авария хәлендәге торлаҡ фонды күләме 9,54 миллион квадрат метрға, ә йәшәүгә яраҡһыҙ йорттарҙан күсерелгән граждандар һаны 530, 9 мең кешегә етергә тейеш. Төҙөлөш министрлығының матбуғат хеҙмәте.Фото: ведомостинсо.рф
Читайте нас: