Өс йәшкә тиклемге балаларға - 5 мең һум апрель, май, июнь айҙарына түләнә.
Кемдәргә бирелә: килеменә ҡарамай барлыҡ ғаиләләр ҙә алыу хоҡуғына эйә.
Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә: пенсия фондына (шәхси кабинет аша дистацион да мөмкин), ғаризалар 1 октябрға тиклем ҡабул ителә.
15 йәшкә тиклемге һәр балаға - 10 мең һум аҡса.
Кемдәргә бирелә: балалары 11.05.2004 йылдан - 30.06.2017 йылға тиклем тыуған ғаиләләргә.
Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә: пенсия фондына, куп фукнциялы үҙәк (алдан яҙылыу шарты менән) йәки дәүләт хеҙмәтләндереүе порталы аша. Ғаризаларҙы 2020 йылдың 1 октябрына тиклем бирергә мөмкин.
Өс йәштән 7 йәшкә тиклемге балаларға айына - 4894 һум.
Кемдәргә бирелә: килемдәре 9 804 һумдан кәм булған ғаиләләргә. Июндә бындай ата-әсәләр бер юлы 6 ай өсөн түләүҙәрен аласаҡ. Бер балаға яҡынса 30 мең һум аҡса сыға.
Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә: 2020 йылдың 20 майынан дәүләт хеҙмәтләндереүҙәр порталына мөрәжәғәт итергә була.
1,5 ярымға тиклем бала ҡарау буйынса пособие - 7754 һум(минимум)
Кемдәргә бирелә: декрет ялында бала ҡараған эшһеҙ ата-әсәләргә. Элек был сумма 3375 һум ине.
Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә: ул автоматик рәүештә ҡайтанан иҫәпләнә.
18 йәшкә тиклемге һәр балаға апрель, май, июнь айҙарына - 3 мең һум
Кемдәргә бирелә: 2020 йылдың 1 мартынан рәсми эштән киткән эшһеҙ ғаиләләргә
Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә:”Рәсәйҙә эш” порталына.trudvsem.ru
Ауырығанлыҡ буйынса түләүҙәр - 13 949 һум(минимум)
Кемдәргә бирелә: ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса пособие алыусыларға.
Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә: эш урынына.
Ипотеканы ҡаплау өсөн балалары булған ғаиләләргә -100 мең һум.
Кемдәргә бирелә: ишле, инвалид бала тәрбиләгән ғаиләләргә, мөмкинлектәре сикләнгәндәргә, яңғыҙ бала тәрбиләгәндәргә, шулай уҡ ипотекаһы 2018 йылдың 1 ғинуарынан 2020 йылдың 1 апреленә тиклем алынған, ә үҙе 2020 йылдың 15 мартынан 1 июнгә тиклем эштән киткәндәргә түләнә.
Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә: ипотека алынған банкыға. Ғаризалар 2020 йылдың 31 декабренә тиклем ҡабул ителә.
Белешмә өсөн телефондар+7(347)218-17-49, 218-17-42