Яйыҡ
-2 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Май 2020, 16:05

Республикала коронавирус менән ауырыусылар 1874-кә еткән

15 майға оператив мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда 1874 коронавирус инфекцияһы менән ауырыусы иҫәпләнә. Тәүлек эсендә улар 90-ға артҡан, тип хәбәр ителә стопкоронавирус.рф порталында.

15 майға оператив мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда 1874 коронавирус инфекцияһы менән ауырыусы иҫәпләнә. Тәүлек эсендә улар 90-ға артҡан, тип хәбәр ителә стопкоронавирус.рф порталында. 1874 кешенең 524-е һауығып сыҡҡан, 16-һы вафат булған. Һуңғы тәүлектә республикала үлеү осраҡтары теркәлмәгән. Тәүлек эсендә Рәсәй төбәктәрендә коронавирус йоҡтороуҙың 10 598 яңы осрағы раҫланған, 113 үлем осрағы теркәлгән. Бер тәүлектә илдә 4 696 кеше һауыҡҡан. Дөйөм алғанда, Рәсәйҙә хәҙер 262 843 коронавирус йоҡтороусы иҫәпләнә, уларҙың 58 226-һы һауыҡҡан, 2 418-е үлгән. Бөгөнгә илдә COVID-19 булыу-булмауға 6,4 миллион лаборатория тикшереүе үткәрелгән. Һуңғы тәүлектә генә төбәктәрҙә 225,8 мең тест эшләнгән. Рәсәйҙә 257 мең самаһы кеше коронавирусҡа шик менән табиптар күҙәтеүе аҫтына алынған.
"Башинформ".http://www.bashinform.ru/news/1450489-chislo-bolnykh-koronavirusom-v-bashkirii-dostiglo-1844-chelovek/
Читайте нас: