Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Май 2020, 18:20

Сүп-сар контейнерында бала

Башҡортостанда урам һепереүсе сүп контейнерында яңы тыуған сабыйға тап булған.

Башҡортостанда урам һепереүсе сүп контейнерында яңы тыуған сабыйға тап булған. Бала иҫәнБөгөн таңғы 7-лә Туймазыла урам һепереүсе бала илаған тауышты ишетеп ҡалған. Сүп контейнерына яҡыныраҡ килгәс, унда кескәй ҡул күренгән - пакетта сабый ятҡан. Ир уны йылы бинаға алып ингән һәм ашығыс ярҙам саҡыртҡан. Хәҙер малай табиптар күҙәтеүендә.Әсәне шунда уҡ тиерлек тапҡандар. Ул 36 йәшлек ҡатын булып сыҡҡан. Уның ике балаһы бар, балалары менән ағаһында йәшәй. Таңғы 4-тә сабыйын тапҡас, ағаһы өйҙә булмауҙан файҙаланып, уны сүп контейнерына ташлап киткән.Үлтерергә маташҡан өсөн енәйәт эше ҡуҙғатылған
"Башҡортостаным яңылыҡтары"
Читайте нас: