Яйыҡ
-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Май 2020, 18:25

«Салауат Юлаев» хоккей клубы уйынсылары күпме ала?

"Салауат Юлаев» клубының элекке һөжүмсеһе Линус Умарк, етәкселек миҙгел өсөн 120 миллион һумға контракт тәҡдим итһә, Башҡортостанда ҡалырға әҙер ине

"Салауат Юлаев» клубының элекке һөжүмсеһе Линус Умарк, етәкселек миҙгел өсөн 120 миллион һумға контракт тәҡдим итһә, Башҡортостанда ҡалырға әҙер ине. Ләкин «Салауат» ике легионерға ундай аҡса биреүҙән баш тартты, сөнки фин форварды Теему Хартикайнен үҙенең контрактын 90 миллионға яңыртты, бының бонустар менән бергә 115 миллион һумға тиклем артыуы мөмкин, тип хәбәр итте Betting Insider Өфө клубындағы сығанаҡҡа һылтанма менән.
Яңы уйынсы Маркус Гранлундҡа «Салауат Юлаев» – 70 миллион, ә үҙенең тәрбиәләнеүсеһе Михаил Воробьевҡа 35 миллион һумлыҡ контракт бирергә әҙер.
Башҡортостан командаһының тағы ике легионеры Филип Ларсен һәм Юха Метсола миҙгел өсөн 80-ешәр миллион, ә Сакари Маннинен 60 миллион һум ала.
«Салауат Юлаев» хоккей клубының хеҙмәт хаҡы исемлеге:
Теему Хартикайнен – йылына 90 миллион һум
Юха Метсола – 80 миллион һум
Филип Ларсен – 80 миллион һум
Сакари Маннинен – 60 миллион һум
Никита Сошников – 60 миллион һум
Дмитрий Кугрышев – 50 миллион һум
Александр Кадейкин – 50 миллион һум
Григорий Панин – 45 миллион һум
Павел Коледов – 35 миллион һум
Владимир Жарков – 35 миллион һум
Петр Хохряков – 35 миллион һум
Евгений Лисовец – 25 миллион һум
Владислав Картаев – 25 миллион һум
Вячеслав Солодухин – 25 миллион һум
Евгений Бирюков – 20 миллион һум
Дмитрий Коробов – 20 миллион һум
Эдуард Ғиматов – 8 миллион һум.
http://www.bashinform.ru/news/1450612-opublikovany-zarplaty-khokkeistov-kluba-salavat-yulaev/
Читайте нас в