Яйыҡ
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Май 2020, 18:55

ВЦИОМ: 81% РӘСӘЙЛЕ В. ПУТИН ТАРАФЫНАН ТӘҠДИМ ИТЕЛГӘН ЯРҘАМ САРАЛАРЫН ӘҺӘМИӘТЛЕ ТИП ҺАНАЙ

Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәгенән белдереүҙәренсә, 81% рәсәйле 11 майҙа В. Путин тарафынан тәҡдим ителгән ярҙам сараларын әһәмиәтле тип һанай.

Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәгенән белдереүҙәренсә, 81% рәсәйле 11 майҙа В. Путин тарафынан тәҡдим ителгән ярҙам сараларын әһәмиәтле тип һанай.
66% респондент сараларҙы бизнес өсөн әһәмиәтле ти.
Путиндың сығышын рәсәйҙәрҙең 88 проценты ишеткән. Шуларҙың 75 проценты иғлан ителгәндәрҙән ҡәнәғәт.
Өстән ике граждан (67%) Рәсәйҙә ситуация президент контроле ти.
«В. Путин хәл-торошто, кешеләрҙең проблемаларын яҡшы аңлай», тигән фекерҙәгеләр һаны 66%.
Халыҡҡа ярҙам тураһындағы ҡарарҙар бик йылы ҡабул ителде. Ә иң яҡшыһы, әлбиттә, – балаларға 10 мең һум аҡса түләү тураһында. Быны ҡатнашыусыларҙың 95 % ы ыңғай ҡабул иткән.
Эшләмәгән граждандарға бала ҡарау пособиеһын ике тапҡырға күтәреүҙе 93 % кеше хуплай.
Ә 3 ай буйы өс йәшкә тиклемге һәр балаға 5000 һум түләүҙе халыҡтың 92%, шәп ҡарар, ти.
Ғөмүмән, балалы ғаиләләргә ярҙам саралары бик ыңғай ҡабул ителә.
Бынан тыш, ВЦИОМ һорашыуҙары шуны күрһәткән: ҡайһы бер мөһим тармаҡ предприятиеларының эшләй башлауын 89 % хуплай. Үҙмәшғүлдәрҙән былтыр йыйылған һалымды кире ҡайтарыу тураһында хәбәр ҙә күптәрҙә (76 %) ыңғай фекер ҡалдырған.
Читайте нас: