Башҡортостанда йәнә 65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирҙәрҙән яфаланғандар өсөн тулы изоляция режимы индерелә.Был турала хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров әйтте. Указға бөгөн, 18 майҙа, ҡул ҡуйыла.Полицейскийҙар рейдтар барышында ошо йәш төркөмөнә ҡарағандарға иғтибар итергә һәм уларға изоляция режимын үтәргә, өйҙә ҡалырға кәңәш бирергә тейеш.