Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Май 2020, 17:15

800 яҡташыбыҙҙан вирусҡа анализ алынған.

18 май көнө уҙғарылған брифингта Учалы үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Рөстәм Латипов хәбәр итеүенсә, пандемия башланғандан бирле ҡала-районыбыҙҙа егерме кешелә лаборатор рәүештә COVID-19 асыҡланған.

Бөгөнгө көндә һигеҙ сирле ковид-госпиталендә дауаланыу үтә, алты кешенең ауырыуы еңел формала, улар өйҙә дауалана, алты кеше һауыҡҡан. Стационарҙа “дауаханан тыш” пневмония менән биш кешене дауалайҙар. Шуныһы ҡыуаныслы, бөгөнгө көндә госпиталдә ИВЛ аппаратына тоташтырылған бер сирле лә юҡ. Шулай ҙа уларҙың барыһы ла, аппаратһыҙ булһа ла, кислород менән тәьмин ителә.
Инфекция таралған мәлдән алып 800 яҡташыбыҙҙан вирусҡа анализ алынған.
“Урал” шифаханаһы базаһында булдырылған изоляторҙа әлеге мәлдә ковид госпиталендә беренсе сменала эшләп үҙаллы изоляцияға ебәрелгән медицина хеҙмәткәрҙәре тотола. Улар ошо арала сығырға тейеш, барыһынан да коронавирусҡа анализ алынған, тест һөҙөмтәләре кире булған.
Читайте нас: