Яйыҡ
-5 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Май 2020, 18:05

“Балабыҙ тыуғайны, ирем сығып китте...”

Ирем менән университеттан һуң өйләнешкәйнек. Ғаилә ҡороуыбыҙға хәҙер алты йыл була инде. Башта икәүләшеп эшләп, аҡса туплап, фатир һатып алдыҡ, артабан уны заманса йыһазландырҙыҡ. Тик бәхет өсөн фатирҙа бала тауыштары етмәй ине. Башта икәүләшеп эшләп, аҡса туплап, фатир һатып алдыҡ, артабан уны заманса йыһазландырҙыҡ. Тик бәхет өсөн фатирҙа бала тауыштары етмәй ине

Ирем менән университеттан һуң өйләнешкәйнек. Ғаилә ҡороуыбыҙға хәҙер алты йыл була инде.
Башта икәүләшеп эшләп, аҡса туплап, фатир һатып алдыҡ, артабан уны заманса йыһазландырҙыҡ. Тик бәхет өсөн фатирҙа бала тауыштары етмәй ине. Машинаны ла өр-яңыһына алмаштырғас, ирем бәпес тураһында һүҙ ҡуҙғатты. Бик ҡыуанып ҡабул иттем мин был хәбәрҙе. Үҙем дә тап ошо хаҡта уйлай инем. Ауырлы саҡта ирем күтәреп йөрөттө тиерлек. Уның ҡыуанғанын күрһәгеҙ ине! Ни тиһәң дә, йәшәү мәғәнәһе барлыҡҡа киләсәк! Шөкөр, бына ҡулымда – бәләкәсем, улыҡайым!..
Мыжыған саҡтары ла булды бәпесемдең: уныһы ла, нигеҙҙә, эсе ауыртыуынан ине. Ғәҙәттә, сабыйҙар шунан хитлана бит. Ә иремдең бер аҙҙан, ниңәлер, улыбыҙҙың хатта саҡ ҡына илауына ла йәне көйә башланы. Аңлайым уны: эше ауыр, арып ҡайта, өйҙә тыныслыҡ кәрәк. Әммә күптәр был хәлгә түҙемлек менән ҡарай, хатта бәләкәй генә бүлмәлә лә бик татыу көн күрә ләһә. Ә беҙҙең ҙур фатирҙа ирем тыныс урынды даими эҙләй башланы...
Янъял да, бер ниндәй тауыш күтәреү ҙә булманы. Бер көн эштән һуң ғына ҡайтып, ирем: “Һинән, баланан, ошондай тормоштан арыным”, – тип әйберҙәрен алды ла сыҡты ла китте. Ҡайҙа юлланғанлығы хаҡында бер нәмә лә өндәшмәне. Был хәлгә иҫ-аҡылым китеп, йылытырға ҡуйған ашты болғап торҙом да ҡалдым. Күпме баҫып торғанмындыр, иҫләмәйем. Улымдың илаған тауышы уятып ебәрҙе...
Был ваҡиғаға аҙнанан ашыу ваҡыт үтте инде. Бер кемгә лә өндәшмәнем, һаман иремдең ҡайтыуын көтәм. Йәмһеҙ ҡылығын да ғәфү итермен кеүек. Түңәрәк донъям яртылаш емерелеп тора шулай, тик күңелемдә өмөт ҡуҙҙары һүнмәй. “Улым атайлы булып үҫергә тейеш!” тигән уй башымдан һис китмәй. Иремдең шулай ҡапыл үҙгәреүенә үҙем ғәйеплемендер, тим, уны насарлағым килмәй, хәүефле уйҙарҙы ситкә ҡыуам. Шундай һәйбәт бит ул...
(Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәгән ҡатындың һөйләгәндәренән).
Фото: yujanka.kz.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: