Яйыҡ
-19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Май 2020, 16:55

Башҡортостанда медицина хеҙмәткәрендә һәм уның ғаиләһендә коронавирусҡа шик бар

Башҡортостанда 18 майҙа иртән үк Малаяҙ үҙәк район дауаханаһы биләмәһенә инеп булмай.

Башҡортостанда 18 майҙа иртән үк Малаяҙ үҙәк район дауаханаһы биләмәһенә инеп булмай. Ҡапҡала – иғлан: «18 майҙа карантин сараларына бәйле Малаяҙ үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһы халыҡты ҡабул итмәй».
Урындағы «Салауат ерендә» гәзите мәғлүмәте буйынса, ҡапҡа янында ике шәфҡәт туташы дежурҙа тора, улар хатта хеҙмәткәрҙәрҙе лә индермәй.
Район хакимиәтендә әйтеүҙәренсә, дауахана хеҙмәткәрҙәренең береһендә коронавирусҡа шик бар. Унда һәм ғаилә ағзаларында – юғары температура, ОРВИ билдәләре. Уларҙан анализдар алынған, ләкин әлегә һөҙөмтәләр әҙер түгел. Коронавирус таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн дауахананы карантинға ябыу тураһында ҡарар ҡабул ителгән.
Шулай уҡ ошо хеҙмәткәр менән бәйләнештә булған 14 медицина хеҙмәткәре изоляцияға ебәрелгән.
http://www.bashinform.ru/news/1451231-v-bashkirii-u-medrabotnika-i-ego-semi-podozrenie-na-covid-19-bolnitsu-zakryli-na-karantin/
Читайте нас в