Яйыҡ
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Май 2020, 18:12

БЕҘҘЕ ТАШЛАМАНЫЛАР

Саха (Яҡут) төбәгендәге Чаянда ятҡылығынан ҡайтҡан 400 вахтасыны Әбйәлил етәкселеге тәүгеләрҙән булып ҡабул иткәйне. Бөгөниң беренсе булып ҡайтҡан 200 кешенең 14 көнлөк карантин ваҡыты тамамланды.

Саха (Яҡут) төбәгендәге Чаянда ятҡылығынан ҡайтҡан 400 вахтасыны Әбйәлил етәкселеге тәүгеләрҙән булып ҡабул иткәйне. Бөгөн
иң беренсе булып ҡайтҡан 200 кешенең 14 көнлөк карантин ваҡыты тамамланды.
Обсерватор биләмәһенә “Башавтотранс”тың ете автобусы килеп, эшселәрҙе алып китте. Улар өс йүнәлеш буйынса – Өфө, Мәләүез һәм Сибай яҡтарына – юлланды. Хәүефһеҙлек саралары күрелә: вахтасылар битлек һәм бирсәткәләр кейгән.
“Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бер нисә ял йорто корпусында 400 урын әҙерләнек. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән ҡырҙан ҡайтарылған яҡташтарыбыҙҙан килеү менән анализдар алынды. Ете кешелә коронавирус барлығы асыҡланды, уларҙы дауалау өсөн Белорет дауаханаһына ебәрҙеләр, ә ошо сирлеләр менән бәйләнештә булғандарҙы Асҡар дауаханаһының инфекция бүлексәһенә һалдылар. Ҡалған кешеләрҙең икенсе анализдары ла кире һөҙөмтә күрһәтте. Бөгөн улар өйҙәренә ҡайтып китте", – тине Әбйәлил районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Руслан Йосопов.
"Мин республика етәксеһе Радий Хәбировҡа рәхмәтлемен: беҙҙе ташламанылар, тиҙ арала иҫән-һау алып ҡайттылар, – ти Бөрө районынан Юрий Ардеев. – Бөтәбеҙ ҙә аңлап тора: обсерваторҙа йәшәү – тәү сиратта үҙебеҙҙең һәм яҡындарыбыҙҙың һаулығын ҡайғыртыу. Әбйәлил районы хакимиәтенә, обсерватор хеҙмәткәрҙәренә, һаулығыбыҙҙы тикшереп торған табиптарға ла ҙур рәхмәт. Улар беҙҙең өсөн уңайлы шарттар булдырҙы, йәшәү һәм туҡланыу ойошторҙо, һаулығыбыҙҙы тикшереп торҙо".
Иртәгә икенсе төркөм вахтасыларҙың карантин ваҡыты тамамлана һәм улар ҙа өйҙәренә ҡайтасаҡ.
"Шоңҡар" журналы
Читайте нас в