Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Май 2020, 17:00

Фотограф ҡыҙ һәләк булған

Билдәле Өфө фотографы Юлиә Хәбибуллина (Juliya May) 15 майҙа Ғәрәп Әмирлектәрендә фажиғәле һәләк булған.

Билдәле Өфө фотографы Юлиә Хәбибуллина (Juliya May) 15 майҙа Ғәрәп Әмирлектәрендә фажиғәле һәләк булған. Ҡыҙ Дубайҙа эшләгән, тип хәбәр итте «Башҡортостан» ДТРК-һы.
Ҡыҙҙың яҡындары һөйләүенсә, Юлиә ҡая ситендә матур итеп фото төшөргә теләгән. Ул сүкәйеп ултырған, ләкин ҡапыл юғары бейеклектән ҡолап төшкән. Бәхетһеҙлеккә ҡаршы, ҡыҙ 10 метр бейеклектән осло ҡаяға ҡолаған.
Хушлашыу тураһында мәғлүмәт һуңғараҡ билдәле була. Туғандары Юлиәнең ғаиләһе өсөн аҡса йыйыу иғлан иткән.
http://www.bashinform.ru/news/1451084-ufimskiy-fotograf-yuliya-khabibullina-tragicheski-pogibla-v-arabskikh-emiratakh/
Читайте нас: