Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Май 2020, 17:25

Интернет аша "мөхәббәт"

Өфөнән бер ханым интернет аша ир кешене таба. Танышыуҙар сайтында аралашҡас, улар осрашырға һүҙ ҡуйыша.

Өфөнән бер ханым интернет аша ир кешене таба. Танышыуҙар сайтында аралашҡас, улар осрашырға һүҙ ҡуйыша.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, 27 йәшлек ир быға тиклем хөкөм ителгән булған. Улар 35 йәшлек ҡатын менән тәүҙә ҡала буйлап сәйәхәт ҡыла, саф һауала йөрөй. Һуңынан Рауза танышын фатирына ҡунаҡҡа саҡыра. Әлбиттә, ҡатын бының насар тамамланырын белһә, ирҙе тупһаһына ла аяҡ баҫтырмаҫ ине лә. Әммә...
Матур ғына башланған кис бик йәмһеҙ тамамлана. Яңы танышы Раузаны туҡмай, ҡатын ауыр тән йәрәхәттәре ала. Ир уның булған аҡсаһын, ҡиммәтле кеҫә телефонын тартып алып, фатирҙан сығып һыпырта. Ҡатын тиҙ арала полицияға хәбәр итә.
Хоҡуҡ һаҡсыларының һөҙөмтәле эшләүе арҡаһында теге ир ҡулға алынған. Үҙ ғәйебен тулыһынса таныған, уға ҡарата талау факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Фото: Canoe.com
Автор: Самат Ғәлин
Читайте нас: