Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Май 2020, 13:45

ҮЛӘНДӘР СЕРЕ

Әрекмән (дегәнәк) япрағының ваҡыты үтеп бара. Тиҙерәк йыйып эш итергә өлгөрөгеҙ.Уны мин компресс ҡуйырға тотам. Алоэ менән икеһен ҡушып йүтәлләгәндә лә, тубыҡ ауырыуҙары көсәйгәндә лә ҡулланам (быныһына сирень , керән япрағы төнәтмәһе лә ҡушам). Йүтәлләй башлауыма 20 көн, биргән дарыуҙарын эстем, ләкин төҙәлмәнем.Үҙем дарыуланырға мөмкинлек булманы. Бына аҙаҡҡы ике көнөндә көндөҙ күкрәккә, төнгә арҡаға ҡуйҙым, шул уҡ ваҡытта диетаға күстем. Еңелләнде, шөкөр.

Әрекмән (дегәнәк) япрағының ваҡыты үтеп бара. Тиҙерәк йыйып эш итергә өлгөрөгеҙ.Уны мин компресс ҡуйырға тотам. Алоэ менән икеһен ҡушып йүтәлләгәндә лә, тубыҡ ауырыуҙары көсәйгәндә лә ҡулланам (быныһына сирень , керән япрағы төнәтмәһе лә ҡушам). Йүтәлләй башлауыма 20 көн, биргән дарыуҙарын эстем, ләкин төҙәлмәнем.Үҙем дарыуланырға мөмкинлек булманы. Бына аҙаҡҡы ике көнөндә көндөҙ күкрәккә, төнгә арҡаға ҡуйҙым, шул уҡ ваҡытта диетаға күстем. Еңелләнде, шөкөр. Бөгөн тағын йыйып, 50 градуслы спирткә (көслөрәк самогон, араҡы булһа ла ярай) һалып ҡуйҙым. Мин мясорубка аша үткәрәм, шулай яҡшыраҡтыр, тип уйлайым. Сирень сәскәһен дә балалар ауылдан килтерҙеләр. Сейәнең кәрәкмәгән үҫентеләрен ҡырҡҡас, йэш япраҡтарын да мясорубканан үткәреп, сәй яһайым. Уны духовкала киптерергә, йәйеп һалырға ла була. Сәйҙе иң тәмләткәне - ошолай эшләнгән сейә япраҡтары. Әле лә хуш еҫе өйгә таралды. Зәйтүнә Ҡөҫәпова.
Читайте нас: