Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Май 2020, 13:35

Май һынамыштары

Муйыл сәскә атмаҫ борон ултыртылған һуған мул уңыш бирә.Ә бына картуфты муйыл сәскә атҡас, сәсәләр. Тимәк, бөгөн-иртән тигәндәй, өлгөрөп ҡалырға кәрәк. Сөнки ошо осорҙа көндәр, ғәҙәттә, һалҡынайта. Синоптиктар ҙа 12 майҙан һуң көндөң бер аҙ һыуытыуы ихтимал тип фаразлай. Кәкүк саҡыра башлаһа, көндәр йылыта. Майҙың тәүге яртыһы йылы булһа, иҫкесә ай башынан аҙағына ҡәҙәр һыуытып тороуы мөмкин. Торналар күренһә, борсаҡ сәсергә ваҡыт. Тик уларҙың урын байҡап йыш осоуы йылдың ҡоро килеүенә ишаралай. Шулай ҙа ҡоролоҡ быйыл бик борсомаҫ тип ышанғы килә - ҡайын һыуы арыу ғына мул аҡты. Тәбиғәтте күҙәтеү, ысынлап та, күпкә отошло. Һынамыштар халыҡта борондан һаҡланған.

Читайте нас: