Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Май 2020, 17:15

Подъезда көсләгән...

Кеше ышанмаҫлыҡ ваҡиға Стәрлетамаҡ ҡалаһында теркәлгән.

Кеше ышанмаҫлыҡ ваҡиға Стәрлетамаҡ ҡалаһында теркәлгән. Урындағы 39 йәшлек ир күрше генә фатирҙа йәшәгән 12 йәшлек мәктәп уҡыусыһын мәсхәрәләй.
"Вести" сығанағы хоҡуҡ һаҡлау органдары мәғлүмәттәренә таянып, ошо көндәрҙә ҡаланың Көнсығыш районында күп ҡатлы йорттарҙың бер подъезында мәктәп уҡыусыһына ҡарата енәйәт ҡылыныуын хәбәр итә.
Әҙәм аҡтығының 12 йәшлек ҡыҙ менән бер подъезда йәшәүе билдәле булған. 39 йәшлек ир бишенсе класс уҡыусыһын кис көнө подъезда эләктереп ала һәм баҫҡыс майҙансығында көсләй.Зыян күреүсе ҡыҙ был турала әсәһенә түкмәй-сәсмәй һөйләп бирә. Әсә кеше иһә тиҙ арала полиция органдарына ғариза менән мөрәжәғәт итә.Әлбиттә, ғәйепләнеүсе ирҙе хоҡуҡ һаҡсылары ҡулға ала. Әле ваҡиға сәбәптәре асыҡлана. Енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Фото:Sm-news.ru
Автор: Самат Ғәлин
Читайте нас: