Яйыҡ
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Май 2020, 18:40

Сәйәхәткә - яңы автобуста

Крайҙы өйрәнеү, экскурсиялар һәм туризм үҙәгендә ҡыуаныслы ваҡиға - яңы “Форд” автобусы һатып алғандар.

Крайҙы өйрәнеү, экскурсиялар һәм туризм үҙәгендә ҡыуаныслы ваҡиға - яңы “Форд” автобусы һатып алғандар.
Ун ете урынлыҡ автобустың салоны иркен, уңайлы, йомшаҡ ултырғыстар урынлаштырылған. Кондиционер бар. Кәрәк икән йылытыу системаһы ярҙамында температураны күтәрергә мөмкин. Улар менән сенсорлы пульт ярҙамында идара итәһең. Автобус навигация системаһы, тахограф менән дә йыһазландырылған.
- Пассажирҙар өсөн барлыҡ уңайлыҡтар булдырылған, телевизор ҙа бар. Алыҫ юлға сыҡһаң ҡарап барырға була. Хәүефһеҙлек шарттары менән дә тәьмин ителгән. Автобусты район хакимиәте ярҙамы менән һатып алдыҡ, ярты хаҡын үҙебеҙ эшләп алған аҡса менән ҡапланыҡ. Киләсәктә автобусты Учалыға хас биҙәктәр менән матурларға уйлайбыҙ. Ҡайҙа ғына йөрөһәк тә, ниндәй генә байрам-сараларға барһаҡ та Учалынан килгәнебеҙ күренеп торһон. Әлегә пандемия арҡаһында сәйәхәттәргә сығыу кисектерелеп тора, оҙаҡламай сикләүҙәрҙе алырҙар, тип көтәбеҙ. Яңы автобуста туристик маршруттар буйынса сәфәр ҡылырбыҙ әле, - тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты үҙәк директоры Рәмил Мөслимов.
Читайте нас: