Яйыҡ
-27 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Май 2020, 18:05

Сихыр

Иртән торғас, Нурия үҙен көҙгөлә күреп таныманы: йөҙө ҡыҙарып шешенгән, бөрсөк-бөрсөк таптар баҫҡан, күҙҙәре ҡыҫылып эренләгән. Тиҙ генә йыйынып, район үҙәгенә дауаханаға юлланды. Табипҡа күренеп, ул яҙып биргән рецепт буйынса дарыуҙар, майҙар һатып алды.Юҡ, дауа килешмәне, йөҙө тағы ла нығыраҡ шешенеп, күҙе бөтөнләй асылмай башланы. Ире менән Өфөгә барып, ҡала табиптарына ла күренеп ҡараны, файҙаһы булманы.Көҙгө ямғыр быҫҡаҡлап, күңелгә әллә ниндәй шомло уйҙар өҫтәй. Яңы һалынған йорт ҡыйығына тамған тамсылар йөрәкте тишерҙәй итеп тыпылдай. Нурия карауат өҫтөнә һуҙылып ятып, яҡты донъя менән хушлашырға йыйынған. Шулай уҡ йәшләй генә үлеп китерме икән ни? Күпме михнәт күреп йорт бөтөрөп сыҡҡайнылар, киләсәккә матур пландар ҡорғайнылар... Туҡта, туҡта, нисек башланды һуң әле был сир?

Иртән торғас, Нурия үҙен көҙгөлә күреп таныманы: йөҙө ҡыҙарып шешенгән, бөрсөк-бөрсөк таптар баҫҡан, күҙҙәре ҡыҫылып эренләгән. Тиҙ генә йыйынып, район үҙәгенә дауаханаға юлланды. Табипҡа күренеп, ул яҙып биргән рецепт буйынса дарыуҙар, майҙар һатып алды.Юҡ, дауа килешмәне, йөҙө тағы ла нығыраҡ шешенеп, күҙе бөтөнләй асылмай башланы. Ире менән Өфөгә барып, ҡала табиптарына ла күренеп ҡараны, файҙаһы булманы.Көҙгө ямғыр быҫҡаҡлап, күңелгә әллә ниндәй шомло уйҙар өҫтәй. Яңы һалынған йорт ҡыйығына тамған тамсылар йөрәкте тишерҙәй итеп тыпылдай. Нурия карауат өҫтөнә һуҙылып ятып, яҡты донъя менән хушлашырға йыйынған. Шулай уҡ йәшләй генә үлеп китерме икән ни? Күпме михнәт күреп йорт бөтөрөп сыҡҡайнылар, киләсәккә матур пландар ҡорғайнылар... Туҡта, туҡта, нисек башланды һуң әле был сир?...Ҡәйнәһе мунса инергә саҡырғас, шатланып риза булғайны. “Нисек миңә әйтергә уйланы икән, бик өнәп етмәгән килеш, улыма тиң түгелһең, тип аҙым һайын йөрәкте яралап ҡына тора бит”, – тип уйланы ул.
Ҡойоноп торғанда иҙән ярығынан килеп сыҡҡан ҙур йәшел тәлмәрйен өҫтөнә баҫып, ҡурҡышынан ҡысҡырып ебәрҙе, тәне аша электр тогы үттеме ни! Уның тауышынан ҡурҡып шым ғына мөйөштә йыуынып ултырған ҡәйенһеңлеһе сығып йүгерҙе, Нурия ла уның артынан ҡабаланып тышҡа атылды.– Килен, самауыр өҫтәлдә, сәй эсеп алайыҡ, – тине ҡәйнәһе, ул ҡайтҡас.Нурия сәй яһаны, үҙе уңай­һыҙланып булһа ла әле бер, әле икенсе ерен тырнаны.– Кит, мунсанан сығып тырнанып ултырмаһаң, йыуынманыңмы әллә? – тип ҡәйнәһе битәрләп тә алды үҙен.Шуларҙы хәтере аша үткәрҙе Нурия. Хәле көндән-көн ауырлаша, инде нимә эшләргә?..Ире эштән ҡайтҡас, кәңәшләшеп, күрше районда йәшәгән әсәһе менән атаһы янына ҡайтып торорға булды.
– Һине көтөп, көн оҙоно бер үҙем ятам, минән бер ярҙам юҡ һиңә, – тине ул. – Ни ашарға бешерә алмайым, ни ут яғырға хәлемдән килмәй....Нурияның әсәһе ҡыҙы өсөн бик ҡайғырҙы, уны тәрбиәләне, татлы ризыҡтар бешереп тә ҡараны. Юҡ, алға китеш тойолманы. Атаһы ла ниҙер һиҙенеп, башын түбән эйеп кенә йөрөр булды.– Ҡарт, әллә теге Федораны эҙләп ҡарайбыҙмы? – тине Фәниә бер көн.
– Әллә, уны нисек тапмаҡ кәрәк, күптән үҙе тураһында ишетелмәй ҙәбаһа, – тине ҡарты.– Бәлки, кешеләрҙән һорашып ҡарарһың, башҡа өмөт юҡ бит, – тип өҙгөләнде Фәниә.Таң һыҙыла башлағас та юлға сыҡты Нурғәле. Ҡыш яҡынлашыуын иҫкәртеп ер өҫтөнә беренсе ҡар бөртөктәре һибелгән. Урман юлында ҡар күберәк яуған икән, урыны-урыны менән аяғы батып-батып китә Нурғәлиҙең. Күпме барғандыр – үҙе лә белмәй, ҡыҙы өсөн уйлана-уйлана атлай торғас, кис ауышҡанын да һиҙмәй ҡалған. Таныш-белеш аша һораша торғас, “имсе” даны алған ҡатындың ҡайҙа йәшәгәнлеген белде.– Әйҙүк, үт-үт, күптән көтәм һине – ҡыҙың ауырыған икән, – тип ҡаршы алды уны Федора.Ул тулы ғына кәүҙәле, ҡуңыр йөҙлө ҡатын ине. Саллана башлаған сәсе яулыҡ аҫтынан күренеп тора. Өй эсенә төрлө киптерелгән үлән бәйләмдәре, ағас ҡайыры, хайуан тиреләре эленгән.– Һине саҡ эҙләп таптым! Зинһар, ҡыҙымды ҡотҡар, бер нимә лә йәл түгел, һыйырымды бирергә әҙер, – тине күҙ йәштәрен һөртөп Нурғәле.– Ҡыҙыңдың сире ифрат ауыр, йәшәргә бер аҙна ғына ҡалған. Ҡайтып, ат егеп кил, мин әҙерләнә торормон, көс туплап алырға ла кәрәк, – тине.
...Ауырыуҙы күргәс, Федора аһ итте! Иң тәүҙә өшкөрөп алды, төнәтмәләр эсерҙе. Нурия үҙен томан эсендәге кеүек кенә хәтерләй: бер ут булып янды, берсә ҡарҙа тәгәрәп туңды, берсә күккә олғашҡандай тойолдо. Үҙе генә белгән алымдар менән төрлө сүрәткә керетте Нурияны, иң аҙаҡтан сепрәктән ҡарасҡы яһап яндырып, көлөн ете юл сатына күмергә ҡушты. Тамам хәлдән тайып тәгәрәне Федора ла, ярым үлек Нурия ла. Бер ай күҙ ҙә йоммаған Нурия бер тәүлек уянмай йоҡланы. Әсәһе, әллә был үлдеме икән, тип ҡабат-ҡабат янына килеп ҡараны: тик Федора уны тынысландырҙы.“Эй, бигерәк сибәрһең икән дә үҙең!” – тигән тауышҡа уянып китте Нурия. Эргәһендә баҫып торған Федораны күреп йылмайып ҡуйҙы. Ятҡан урыны лысма булған – һығып алырлыҡ, шешенгән тәненән һыу шулай һарҡҡан.Әсәһе көҙгө һоноп:– Ҡарале, ҡыҙым, элекке хәлеңә ҡайтҡанһың бит, Хоҙайға шөкөр, – тине шатлығынан ни ҡылырға белмәй.Нурия көҙгөгә күҙ һирпте – аҡ йөҙлө һылыу ҡатын ҡарай ине унан.– Бер ҡанһыҙ әҙәм һине сихыр­лаған, үлтерергә самалаған, – тине Федора. – Сихырын үҙенә ҡайтарма­һам да, Хоҙай ебәргән язаны барыбер аласаҡ, мин көсһөҙ был осраҡта. Бына күрерһең, кем икәнен әйтмәйем – һин һауыҡҡас та, ул яуыз был донъянан китәсәк.
– Ҡыҙым төҙәлһә, әйҙә, ул да йәшәһен, минең тарлығым юҡ, – тине Фәниә.– Нурия һеңлем, был донъяла һинән дә һау-сәләмәт, һинән дә бәхетле кеше булмаҫ, тик байлыҡҡа иҫең китмәһен, тупылдап балаларың да тыуыр, ғүмерҙең дә оҙоно насип булыр үҙеңә, – тине Федора, хушлашып.Фәниә менән Нурғәле Федораны ҙурлап оҙатты, нәҙер-бүләктәрен йәлләмәне.Нурия ла, көндән-көн матурланып, аҙна үтеүгә һауығып аяҡҡа баҫты. Ауылына ҡайтҡанда ҡәйнәһенең етеһен уҡыталар ине...
Минира БИКӘНӘСОВА
Читайте нас в