Ингредиенттары:* 400гр картуф; * 2 йомортҡа; * 60гр сыр; * 2 аш ҡалағы ҡаймаҡ; * 1 һарымһаҡ теше; * тоҙ, борос, йәшелсәләр.
Картуфты эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Уға йомортҡа, ҡаймаҡ, ҡырғыстан үткәрелгән сырҙы, иҙелгән һарымһаҡты, тоҙ, боросто ҡушып болғатабыҙ. Унан формаға һалып, өҫтөнә 1 йомортҡа, 30 гр сырҙы һәм йәшелсәне турап ҡушып, иҙмәне ҡоябыҙ. Запеканканы 180 градус эҫелектәге духовкала 30 минут тирәһе бешерәбеҙ. Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын! (фото интернеттан, яҙыу Һаҡмар гәзите төркөмөнән алынды)
* 2 аш ҡалағы ҡаймаҡ; * 1 һарымһаҡ теше; * тоҙ, борос, йәшелсәләр. * 2 аш ҡалағы ҡаймаҡ; * 1 һарымһаҡ теше; * тоҙ, борос, йәшелсәләр.