Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Май 2020, 17:20

төтөн

Ошо көндәрҙә Учалы ҡалаһы халҡын ҡот осҡос ҡара төтөн ҡурҡытҡан.

Ошо көндәрҙә Учалы ҡалаһы халҡын ҡот осҡос ҡара төтөн ҡурҡытҡан. Киске биштәр тирәһендә ҡотҡарыусыларға хәбәр иткәндәр: баҡһаң, урындағы ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонында янғын сыҡҡан. Ул “Тәбиғәт” дәүләт унитар предприятиеһына ҡарай. Ҡуртымсыһы – Белорет ҡалаһының “Чистый город+»” йәмғиәте.
Ваҡиға урынына ике ПСЧ-24 автоцистернаһында биш ҡотҡарыусы барған, унан тыш, утты һүндереүҙә Учалы тау байыҡтырыу комбинатының, “Чистый город+»” йәмғиәтенең янғын һүндереү көстәре һәм техникаһы ҡулланылған.
Белгестәр, янғын кешеләр ут менән һаҡһыҙ ҡулланыуҙан сыҡҡан, тип күҙаллай.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: