Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Май 2020, 15:04

Тауыҡ һурпаһы

Фәнүр самауыр төтөнөнөң еҫенә уянып китте. Һикереп тороп ултырҙы. Әллә Рәмилә ҡайтҡанмы? Йәнен әсеттереп, бөтә өмөтөн өҙҙөрөп, иҫенә төштө. Рәмилә күптән уныҡы түгел. Хәлһеҙ ҡулдары менән, башын устарына ҡыҫып, урынына кире сүгәләне. Уянмаҫҡа кәрәк булған. Шундай яҡын ине. «Фәнүр, мин һине шундай һағындым», – тине. Әҫәрләнеп әйтте. Ысын кеүек ине. Ысын ине. Хатта өҫтөнә кейгән аҡ ерлеккә зәңгәр биҙәк төшкән күлдәге лә үҙенеке, үҙгәрмәгән дә, иҫкермәгән дә. Үҙенән ялан сәскәһе еҫе бөркөлөп ҡалды түгелме? Шул еҫте һағына Фәнүр, шул күлдәкте кейгән Рәмиләһен һығып ҡосағына алғыһы килеүҙән тәҡәттәре ҡорой. Ә күпме оноторға тырышты, бәхетле булып ҡыланды. Бөтәһен дә алдарға тырышты. Башҡаларҙы алдай алдымы-юҡмы, үҙен һәйбәт алданы шикелле.

Фәнүр самауыр төтөнөнөң еҫенә уянып китте. Һикереп тороп ултырҙы. Әллә Рәмилә ҡайтҡанмы? Йәнен әсеттереп, бөтә өмөтөн өҙҙөрөп, иҫенә төштө. Рәмилә күптән уныҡы түгел. Хәлһеҙ ҡулдары менән, башын устарына ҡыҫып, урынына кире сүгәләне. Уянмаҫҡа кәрәк булған. Шундай яҡын ине. «Фәнүр, мин һине шундай һағындым», – тине. Әҫәрләнеп әйтте. Ысын кеүек ине. Ысын ине. Хатта өҫтөнә кейгән аҡ ерлеккә зәңгәр биҙәк төшкән күлдәге лә үҙенеке, үҙгәрмәгән дә, иҫкермәгән дә. Үҙенән ялан сәскәһе еҫе бөркөлөп ҡалды түгелме? Шул еҫте һағына Фәнүр, шул күлдәкте кейгән Рәмиләһен һығып ҡосағына алғыһы килеүҙән тәҡәттәре ҡорой. Ә күпме оноторға тырышты, бәхетле булып ҡыланды. Бөтәһен дә алдарға тырышты. Башҡаларҙы алдай алдымы-юҡмы, үҙен һәйбәт алданы шикелле. Бына ята хәҙер тиле кеше кеүек, һурпа көтөп, терелеүгә өмөт итеп. Нисек улай килеп сыҡты һуң? Үҙенә үҙе ошо һорауҙы бирергә ҡурҡып йөрөнө ул. Уйҙары үҙлегенән уны иң бәхетле көндәренә – яҙмыш Рәмилә менән осраштырған көнгә алып китте. Октябрь байрамы ине. Ул байрамды халыҡ ололап ҡаршылай торғайны. Партияның көслө заманы бит. Митингылар үткәрәләр, КПСС-тың бөйөклөгө хаҡында доклад һөйләйҙәр, концерты ла була. Фәнүр ҙә класташ дуҫы Данил менән сығып йөрөп килергә булды. Фәнүр инде ҡарт буйҙаҡ, ә Данилдың ҡатыны менән аралары боҙолошоп йөрөгән мәле. Үҙҙәре әйтмешләй, ҡарт буйҙаҡтарға ҡайҙа халыҡ – шунда тормош. Майҙанда кешеләр йыйыла башлаған ине. Данил Фәнүр дуҫын, әйҙә, туғандар менән таныштырам, тип бала коляскаһы эргәһендө торған ир менән ҡатын эргәһенә алып килде. Фәнүр уларҙы бер аҙ таный. Ире милицияла эшләй, ҡатыны уҡыта, шикелле. Эргәләрендә торған ҡыҙ таныш түгел ине. Күҙҙәре моңһоу күренгән был ҡыҙ иғтибарҙы йәлеп итмәй ине башта. Данил күрешеп, туғандарса шаярып һөйләшә башлағас, моңһоу күренгән ҡыҙ ниндәйҙер шаян һүҙгә сыңғыратып көлөп ебәрҙе. Фәнүр уға ҡараны ла ҡатып ҡалды. Шундай ҙа матур күҙҙәр була икән. Әйтерһең, ҡояш болот араһынан килеп сыҡты ла тирә-яҡҡа алтын нурҙарын һипте. Фәнүр шул нурға ҡойоноп, ят ҡыҙҙан күҙен дә алмай текәлеп тик торҙо. Данил уның еңенән тартҡас ҡына ҡайҙалығын иҫенә төшөрҙө. Бер аҙ ситкә киткәс, дуҫынан: «Минең ҡарындашҡа ғашиҡ булдыңмы әллә һин, телһеҙ ҡалдың», – тип көлдө. «Таныштыр ҡарындашың менән», – тип сат йәбеште уға Фәнүр. – Ярай, улайһа, төшкө сәйҙәренә барайыҡ, – тип килеште дуҫы. Фәнүргә байрамдың бер ҡыҙығы ла ҡалманы. Ул Данилды өйҙәренә һөйрәне. Арыуыраҡ кейенгеһе килә ине уның. Өйҙә кейемдәрен бер алды, бер һалды ла шул уҡ кейемдәрен кире кейеп, саҡырылған ҡунаҡтар һымаҡ йүгерешеп сығып киттеләр. Бик батыр ғына атлап килһәләр ҙә, өй тапҡырына еткәс, Фәнүр баҙап ҡалды. Икенсе ҡатҡа күтәрелгәндә (улар ике ҡатлы йортта йәшәйҙәр икән) тау артылғандай шыбыр тиргә батты. Ишектә ҡыңғырау юҡ, эстән бикләнмәгән. Кеше ышаныслы ине шул ул ваҡыттарҙа. Улар туҡылдатып килеп инделәр. Был мәлдә залда байрам табыны әҙерләнә ине. Рәмилә (ҡыҙҙың исеме шулай булып сыҡты), нәҙекәй биленә алъяпҡыс быуып, өҫтәл менән аш-һыу бүлмәһе араһында йүгереп йөрөп ҡайнар билмәндәр ташый, еҙнәһе өҫтәл әҙерләшә, апайы бала менән була ине. Уларҙы әйҙүкләп түргә үткәрҙеләр, дивандан урын алыуҙарына Рәмилә уларҙың алдына ла ҡалаҡ-сәнскеләр һалып, билмән ултыртты. Еҙнәһе: «Маҡтап ҡына йөрөйһөгөҙ, ауыҙығыҙ һалыулы икән», – тип көлдөрә-көлдөрә бер яртыны асты. Ашанымы Фәнүр, ашаманымы, нимә һөйләштеләр, береһен дә иҫләмәй. Ул Рәмиләнән күҙен дә алманы. Тәүҙә моңһоу булып күренгән күҙҙәрҙә моңһоулыҡтың эҙе лә юҡ. Үҙе көлмәгән саҡта ла күҙҙәре көлөп тора, табын тәрбиәләргә лә өлгөрә, еҙнәһе менән апайының һөйләгән хәбәрҙәренә сыңғыратып көлөп тә ебәрә, Данил ағаһына ла һүҙ ҡушып ала. Тик Фәнүргә генә: «Ағай, ашап ултырығыҙ», – тип бер өндәште лә ҡабат һүҙ ҡушманы. Ошо көндән Фәнүрҙең яйлы ғына барған тормошо тыныслығын юғалтты. Ятһа ла, торһа ла йә сыңғыратып көлөп, йә моңһоу ғына ҡарап, Рәмилә күҙ алдында тик тора. Ай күрҙе, ҡояш алды булды шул осрашыуҙары ла. Күрше райондыҡы булғас, тиҙ генә күрешеү мөмкин түгел. Улай тиһәң, ҡыҙ уның барлығын да онотҡандыр инде. Дуҫы Данил менән кәңәшләшергә булды, ни тиһәң дә туғандары, бәлки, берәй әмәлен табып осраштырыр. Яңы йылда, моғайын, сәбәп табып, барып килергә лә булыр тип уйланы ул. Тик бөтөнләй белмәгән, бер күреп тә һөйләшмәгән ҡыҙға, етмәһә икенсе районға нисек барырға, нимә тип һүҙ ҡушырға, ата-әсәһе ниндәй кешеләрҙер әле тип баш ҡатырып йөрөгән арала мәсьәлә үҙенән-үҙе хәл ителде. Данил систе уны, ике туған ҡустыларының өйләнеүен, туйға Рәмиләнең дә саҡырылыуын әйтеп ҡыуандырҙы. Тимәк, Рәмилә үҙе киләсәк Оҫҡонға. Район үҙәгенең Оҫҡон тип аталыуы оҡшап етмәй Фәнүргә. «Боҫҡон» һүҙенән алынмаған микән ул тип тә уйланғаны бар уның. Булыуы ла мөмкин, сөнки бик уңайлы ғына ике тау араһында урынлашҡан ул. Боҫоп ҡына ятып, дошманға ташланыуға һәләк уңайлы урын. Элек бит был тирәләрҙә әлдән-әле яуҙар ҡубып ҡына торған. Һуңғы яу мең туғыҙ йөҙ ун туғыҙынсы йылдарҙа булды, Муса Мортазиндың штабы ла ошонда урынлашҡайны, тип иҫләйҙәр ололар. Әллә инде тау итәгендә күпләп үҫкән оҫҡон йыуаһынан алынды микән. Күпләп үҫкән тип әйтерлеге ҡалманы инде хәҙер. Ауыл халҡының малы тапап бөтөрә бар тирә-яҡты. Ә элек Фәнүрҙәр, бала-сағалар менән бергәләп, яҙ етеү менән ошо тауға уйнарға сығырҙар ине. Шул саҡта ҡосаҡ-ҡосаҡ оҫҡон йыуаһын йыйып алып ҡайта торғайнылар. Әсәһенең йыуанан ғына аш бешергәнен дә хәтерләй Фәнүр. Уның уйҙары ошо урында өҙөлдө. Улы, ишекте асып: «Пап, если сможешь, поторопись, а», – тине лә яуап көтөп торманы, тышҡа атланы. Тиҙерәк тип ҡабаландыра хәҙер, итәгенә ут ҡапҡас. Йәштәр алдан эште боҙалар ҙа утҡа баҫҡан бесәй кеүек сабалар шунан. Кәләше, килен буласаҡ бала, килен булып төшмәҫ борон ҡәйнәһе менән талашҡан. Фәнүр үҙ ҡатынын белә, уны әлегә талашып берәү ҙә еңгәне юҡ. Әсәһе лә бит ана тәүҙә Рәмилә кеүек күреп, үҙенекен иҫбат итергә маташҡайны, тиҙ ултыртты урынына. «Һинең разведенец малайыңа мин барғас та рәхмәт әйт әле», – тип кенә ебәрҙе. Айырылып та өлгөрмәнеләр бит, үсегешкәйнеләр генә. Фәнүр, әсәһенең һүҙен тотоп, ҡыуып сығарҙы бит Рәмиләһен. Шул ваҡыттағы һөйгәненең күҙҙәрендәге һорау ҡатыш аптырауҙы әле лә күтәрә алмай ул. Күҙҙәрен мөлдөрәтеп артына боролоп ҡараны. Фәнүрҙең уны ҡыуғаны аңына барып етмәне булһа кәрәк. Бына-бына күҙ йәштәре тәгәрәп китер кеүек ине. Тәгәрәмәне, йотоп ебәрҙе, шикелле. Иламаны, илаһа еңелерәк булыр ине. Шул мөлдөрәмә күҙҙәрҙең һағышы баҫа хәҙер Фәнүрҙе. Ҡайтараһы ине шул көндәрҙе кире. Аяғына тәгәрәр, ерҙе тырнап инәлер, ялбарыр ине, нисек тә алып ҡалыр ине. Сәсте йолҡоп илаһаң да ҡайтмай шул ул көндәр. Әсәһе ҡаты булырға өйрәтте: «Бигерәк тә әллә кем булып ҡылана, әллә ҡайҙағы төпкөл ауылдан икәнен онота, әҙерәк өйрәтеп ал, ана ағайыңдарҙың береһенең дә бисәһе китмәне, дүртәр йыл айырым тороп та кире килделәр…» Кире килделәр… Килмәне шул Рәмиләһе. Килде, бер үҙе түгел ине. Кейемдәрен генә йыйып алды ла китте. Фәнүрҙең, ҡәйнәһенең бүләктәрен береһен дә алманы. Кейемдәрен йыйҙы, китаптарын теүәлләп алды ла сығып китте. Быныһында боролоп та ҡараманы. Ә Фәнүр уны ҡалыр тип өмөт иткәйне, инәлтергә генә йөрөй тип уйлағайны. Үҙенсә ныҡ булырға тип фекер ҙә төйнәп ҡуйғайны хатта. Ниңә шул тиклем иҫәр булды икән. Йәнәһе, әсәһенең һүҙен тотто. «Бисәне баштан ныҡ тоторға кәрәк, белдекле булмаһындар, ана ағайыңдар…» Хәҙер уйлай ҙа ағаларына әсәһе шулай ҡотҡо ҡойғандан ҡаңғырманылар микән тип ҡуя. Рәхимә еңгәһе аңғарта биргәйне уға: «Фәнүр, кәләшеңде яратып алдың, үҙеңсә йәшә, әсәйеңдең һүҙенә күп ҡолаҡ һалма. Әсәйең еңмешлеге менән атайыңдың да башына етте». Шул һүҙҙәре өсөн еңгәһен өйҙәренән ҡыуып сығарҙы. Эйе, ҡыуып сығарырға шәп булынған икән. Ә бына Мәймүнәне бер ҙә ҡыуып сығара алманы. Рәмилә менән боҙолошҡанын ишеткәс, ебәк булып уралды муйынына, теле ниндәй татлы ине. Рәмилә улай бер ҙә һарылып бармағас, яратмағандыр ул мине, тип уйлап үҙен тынысландырып маташҡайны. Мәймүнәнең әсәһе лә ихлас тырышты. Фәнүрҙең әсәһе менән әхирәттәр булып киттеләр хатта. Хәҙер генә бер ҙә әхирәтлектәре һиҙелмәй. Аҙна һайын мунса яғыр ҙа саҡырыр ине. Нишләп ғәрләнмәй шунда барып мунса төшөп йөрөнө икән ир башы менән әсәһенә эйәреп. Унда барһалар, мунса, аш, шайтан һыуы ла ҡалмай. Уйнай-көлә тамаҡ ашайҙар. Рәмилә менән ихлас айырылышырға ла уйы юҡ, хәҙерге хәле лә оҡшай ине уға. Бер ауылда булғас, аралашыуы еңел булып тойолдо. Ә Рәмиләне ауылдарына алып барырға кәрәк ине. Ара байтаҡ ҡына. Һалынған юл да юҡ, ул ваҡытта транспорты ла ҡороһон. Ярай кәзә мотоциклы бар, китәләр шуның менән бата-сума. Ҡәйнәһе менән ҡайныһы ифрат ябай кешеләр ине. Ҡайныһы ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләгән ауылдың абруйлы кешеһе. Улар барған арала ла ҡайныһынан кәңәш һорап, йә ҡағыҙ йүнәтергә килгән кешеләрҙе күреп ғәжәп итә ине Фәнүр. Улай тиһәң, уның атаһы ла тере булһа, шулай абруйлы уҡытыусы булыр ине. Рәмиләнең атаһы менән бер педучилищела уҡығандар. Улар уҡыуҙы тамамлаған йылды һуғыш сыға. Уларҙың барыһын да тиерлек тәүге көндән тигәндәй һуғышҡа алалар. Күп тапҡырҙар яралан-һалар ҙа Фәнүрҙең дә, Рәмиләнең дә аталары һуғыштан тере ҡайта. Рәмиләнең атаһын, яуаплы хеҙмәткәр булып, район Советында эшләп йөрөгән еренән ауылдағы ҡартайған аталары ҡайтартып ала. Әгәр ҙә шулай булмаһа, Рәмилә лә ошо Оҫҡонда тыуған булыр ине. Бер ҙә төпкөл ауылдыҡы булмаҫ ине. Әсәһе шулай тип кәмләргә яратты бит нишләптер. Хәҙер уйлай ҙа Фәнүр, бер ҙә төпкөллөктә булмаған, шикелле, сәбәп. Атаһынан йәшләй генә етем ҡалғас, әсәһенә ныҡ һыйынып үҫте Фәнүр. Үҙенән бәләкәй ике туғанына ла тик үҙен генә терәк тип иҫәпләне. Әсәһенә лә оҡшай ине ундай хәл. Ниндәй эш ҡуҙғатырға булһа ла Фәнүре менән кәңәш-ләшкән кеше булды, үҙенсә эшләр ине, әлбиттә. Шунан китте шикелле Фәнүрҙең үҙен әсәһе менән тиң тотоуы, аҡыллы булып ҡыланыуы. Рәмиләне кәләш итеп алғас, унан да шуны талап итте. Талап итергә ни хаҡы бар ине икән уның. Ят ғаиләгә килеп ин, ят ауыл, ят мөхит, ят кешеләр. Бөтә ошо ят нәмәгә яйлап өйрәнәлер инде ул кеше. Рәмиләһе ауыл ҡыҙҙарынса ябай, тотанаҡлы, егәрле ине. Ата-әсә ҡулында үҫкәс, бер ниндәй ауырлыҡ күрмәһә лә һәр эшкә ҡулы килешеп тора ине. Ҡунаҡҡа алып ҡайтҡандың иртәгәһенә, башына аҡ яулыҡ ябынып, ҡоймаҡ ҡойоп торғаны әле лә күҙ алдында. Шуның кеүек йоҡа, ауыҙҙа иреп торған ҡоймаҡты Фәнүр бер ҡасан да ауыҙ иткәне юҡ хәҙер. Ҡалаға барһа, ашханаларҙа ҡоймаҡ алырға тырыша ул, ләкин Рәмилә ҡойған ҡоймаҡтың осмото ла булмай унда. Ҡәйнәһе оҫта ине бит аш-һыу-ға. Ҡыш барһалар, бишбармағы, билмәне ҡунаҡ көтөп торған һымаҡ әҙер булыр ине. Йәйгеһен тауыҡ тултырып бешерер ине. Күстәнәскә итен-майын, һөт-ҡаймағын тултырып ебәрер ине. Бер шулай йәй көнө тауыҡ ите һалып ебәрҙеләр күстәнәскә. Өйҙә һыуытҡыс та юҡ, газдың да бөткән мәле. «Нишләп алды инде был күстәнәсте», – тип уйланы Фәнүр. Ә Рәмиләһе, ҡайтҡас, бер ҙә аптырап торманы, самауырға һыу һалып, тап тултырҙы ла ҡайнатырға ҡуйҙы. Тауыҡты, өлөштәргә турап, самауырға тултырҙы, тоҙон-боросон һа-лып, бешерергә ҡуйҙы. Онон иләп, һалма баҫты. Итен бешереп алғас, эре итеп ҡырҡып һалма төшөрҙө. Шул тауыҡ итенең, һалмаһының тәме! Итенә әҙерәк төтөн еҫе һеңгән. Һурпаһын ҡоротлап эстеләр. Ауырып-сырхап китһә, шул тауыҡ һурпаһын көҫәп ыҙалай. Берәй сеүәтә һурпа эсеп ебәрһә, ырғып тороп китер кеүек. Бына әле лә шул һурпаны көтөп ятыуы. Уның ауырығанын ишетеп туйтаңлап килеп еткән әсәһенә шул теләген әйткәйне, хәҙер шуны хәстәрләп йөрөүҙәре инде, үҙҙәренсә. Ул арала ишек асылды ла улы-ның башы күренде. «Пап, я никак не могу топорҙы…» – артабан ниндәй телдә дауам итергә белмәй туҡтап ҡалды. «Нимә, балтаң түмәрҙә ҡалдымы?» – тип һо-раны атаһы. Бындай хәл уға ла таныш. Рәмиләһен алғас, утын ярып тора ине, балтаһы түмәрҙә торҙо ла ҡалды. Түмәр ҙә ярылманы, балта-ны ла алып булмай. Шулай апты-рап торғанында Рәмиләһе һыу кө- йәнтәләп ҡайтып инде. Биҙрәләрен тупһаға ултыртты ла, Фәнүрҙән балтаны алып, төйҙәһе менән әйләндереп ике-өс һуҡҡайны, утын ярылды ла китте. Ул ваҡытта ҡатынына эстән генә һоҡланһа ла тыштан һиҙҙермәне. Хатта үҙен кәмһетеү тип ҡабул итте уның был ҡылығын. Бына әле улы ла шул хәлдә, шаяртып, килендән һора, тип әйтергә уйланы ла, килене түгел, улы ла аңламаясағын белеп тыйылып ҡалды. Нисек алырға икәнлеген аңлатты. Хәҙерге балалар утын ярыуҙы, сыра телеүҙе белмәй бит инде, тип әсенеп уйланды. Бер самауыр ҡайнатабыҙ тип нисәмә кеше йүгерәндәй, ә эштәренең һөҙөмтәһе күренмәй. Ошо ерҙә башҡалала йәшәгән Кинйәғәле ағаһының әсе һүҙҙәре иҫенә килеп төштө. Әсәһенең ете ҡустыһы булған. Шуларҙан Кинйәғәле ағаһы ғына тере. Рәмилә менән айырылышҡандарын ишетеп килеп төшкәйне ул. «Тура әйткән туғанына ярамаған, ҡустым, үпкәләмә, беҙ йәш саҡта ҡатын айырһалар, бәлеше тәмһеҙ булған инде, тәмле бәлешкә күскән, тип әйтә торғайнылар, һин, киреһенсә, тәмлеһен тәмһеҙгә алыштырғанһың түгелме? Килен гөл кеүек ине, бер бисураға алмашҡанһың икән,» – тине. Ағаһының шул һүҙҙәренә бик оҙаҡ турһайып йөрөнө ул. Ағаһы алдында бәхетле булып ҡыланып маташты ла ул, юғиһә. Тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татыған кешеләрҙе алдауы еңел түгел икән шул. «Ни юғалтҡаныңды белеү өсөн юғалтып ҡарарға кәрәк» тигән бер әйтемде уҡып, иҫе киткәйне Фәнүрҙең. Юғалтып ҡарап була микән. Юғалтһаң, бөтөнләйгә юғала инде ул. Юғалтаһың да, табылмаҫ микән кире тип, мөғжизә көтөп ғүмерең үтә. Бәхет тигән нәмә уны тағы бер һынаны. Тағы бер осраштылар Рәмилә менән. Рәмилә үҙе ойошторҙо ул осрашыуҙы. Фәнүр менән Рәмиләнең айырылыуын күп дуҫтары ысынға алманы. Бигерәк пар килгәйнеләр шул. Сәбәбен һорашҡан дуҫтарына ни тип яуап бирергә белмәй яфаланды. Әле булһын үҙенән-үҙе ояла Фәнүр шул ҡылығы өсөн. Өйҙәргә әлегә газ үтмәгән, пропан баллондарын ташып тәьмин итәләр ине ауыл халҡын. Айына бер алып киләләр, алып өлгөрһәң, газлы булаһың, өлгөрмәһәң, тағы бер ай көтөргә тура килә. Шул баллонды алып ҡалайыҡ тип Рәмиләһе уның артынан дуҫы Саша менән эсеп ултырған өйгә йүгереп килгәйне. Шуны күтәрә алманы Фәнүр, йәнәһе, ҡатыны уны дуҫы алдында хур итте – артынан килде. Әле булһа ла ғәрләнә шул ҡылығы өсөн. Ҡыҙыҡһынған кешеләргә сәбәптең иң анһатын уйлап сығарҙы, йәнәһе, ҡатыны уға хыянат иткән. Дуҫтарының ышанмауын һиҙһә лә һүҙенән кире ҡайтманы. Кеше өсөн йәшәү дәүерендә өс һүҙҙе әйтеүе ауыр икәнен Фәнүр хәҙер үҙ тәжрибәһендә белә. Ул һүҙҙәр тәү ҡарамаҡҡа шул тиклем еңел генә әйтелгән кеүек. Тик күңелдә яралһалар ҙа тел осона тиҙ килмәйҙәр. Һуңғы осорҙа шуларҙы күңеленән гел ҡабатлап йөрөй Фәнүр. «Мин һине яратам». «Һин мине ғәфү ит». «Һин миңә ярҙам ит». «Мин һине яратам», – тип Рәмиләһенә бер тапҡыр ҙа әйтмәне. Тәү күреүҙән тиле кеше кеүек ғашиҡ булды үҙе. Икенсе тапҡыр осрашҡанда: «Ҡасан әйттерә барайым?» – тип һораны. Өсөнсө тапҡыр, һигеҙенсе март байрамы ине, Рәмиләне уҡытҡан мәктәбенән эҙләп алып ҡайтты ла аталарынан уның ҡулын һораны. Рәмилә хатта һүҙгә лә ҡыҫылманы. Фәнүргә ышаныуы булдымы, аталарының ҡарарын ҡабул иттеме. Яҙғы каникулда никах уҡытып, ҡунаҡҡа алып ҡайтып та китте. Шул осорҙа ла, һуңынан да «яратам» һүҙен әйтмәне. Юҡ сәбәпте бар итеп ҡыуып сығарғас, ғәфү үтенмәне. Ғәфү үтенеү түгел, Рәмиләһенең үҙенең кире килеүен көттө. Ваҡытында әйтелмәгән ошо һүҙҙәр йөрәгенә таш булып тағылған да хәҙер ысҡынмай ҙа, еңеләймәй ҙә йөрәкте һулытып тик тора. Хыянат тураһындағы уйҙырма ул мәлдә тыныслыҡ биргән кеүек ине. Фәнүрҙән китеп бер аҙ ваҡыт үтеүгә Рәмиләнең ҡыҙы тыуҙы. Фәнүр үҙен үҙе тынысландырып: «Ана бит!» – тип ҡуйҙы. Ул бала Рәмиләнең йөрәк аҫтында алып киткән үҙ ҡыҙы икәнлеге ике ятып бер төшөнә лә инмәне. Ул арала сыуалып йөрөгән Мәймүнәһе йөккә уҙҙы. Бала тыуыр алдынан ғына никах уҡытып ҡуйған булдылар. Рәмиләһе бөтөнләй китте райондан. Башҡалаға китте ул. Ана шул осорҙа, бер нисә йыл үткәс, осрашыу ойошторҙо Фәнүре менән. Айы-рылышыу тураһында эш ҡуҙғатты. Судлашып йөрөмәнеләр, бүлер нәмәләре юҡ, айырылышыу тураһындағы документты ЗАГС бүлегендә генә теркәттеләр. Ҡыҙы менән килгәйне Рәмилә. Сәскә кеүек шул бала Фәнүрҙең күңелен арбаны ла ҡуйҙы. Документтарға ҡул ҡуйғансы тик ултырҙы ул бала. Сығырға булғас ҡына саф башҡорт телендә: «Әсәй, хәҙер ҡайҙа барабыҙ?» – тип һораны. «Инәйеңдәргә», – тип яуапланы Рәмилә. «Ә ағайҙы алып барабыҙмы?» – тигән һорау Фәнүр менән Рәмиләне генә түгел, ЗАГС хеҙмәткәрен дә һиҫкәндерҙе. «Юҡ, ағай үҙҙәренә ҡайта», – тине лә Рәмилә.
Флүрә Низамова.
Читайте нас: