Яйыҡ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Май 2020, 17:10

"Уларҙы ерләргә бар ауыл килде"

Саҡмағошта күптән көткән сабыйын табып, ҡулға алам тип ҡыуанып йөрөгән ҡатын һәләк булған.

Саҡмағошта күптән көткән сабыйын табып, ҡулға алам тип ҡыуанып йөрөгән ҡатын һәләк булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның ете айлыҡ бәпесен дә ҡотҡара алмағандар. Буласаҡ әсәгә ни бары 24 йәш булған... Был турала bash.news хәбәр итә.
Йәш ҡатындың һаулығы менән бер проблема ла булмаған. Ул кейәүгә сыҡҡан һәм ауырға ҡалғас, ашҡынып бәпесенең тыуыуын көтә башлаған. Йөклөлөк ваҡыты бер ауырлыҡһыҙ үткән, табиптар фекеренсә, ул бар яҡлап та сәләмәт булған.
Тик бына уҙған аҙна уның ғаиләһенең тормошон аҫлы-өҫлө килтерә. Ауырлы булыуына ете ай тулған саҡта, ҡатынға ҡапыл ҡыйын булып китә. Уның көсө бөтә һәм күҙ алдында хәле насарлана. Туғандары шунда уҡ “ашығыс ярҙам” саҡырта.
Ҡатынды тиҙ арала район дауаханаһына һалалар. Күп тә үмәй, яҡшы яңылыҡтар өмөтләнеп көткән туғандарын йәшен һуғамы ни: ул һәләк булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәпесте лә ҡотҡара алмайҙар.
Аҙаҡ асыҡланыуынса, уның ҡан тамырҙары менән етди проблемалары булған. Шул ҡурҡыныс төндө уның тромбы өҙөлгән. Табиптар сабыйҙы булһа ла ҡотҡарайыҡ тип кесарев операцияһы эшләп ҡарай, тик әсә лә, сабый ҙа бер мәлдә һәләк була.
– Ҡот осҡос хәл, бер кем дә көтмәгәйне. Ул минең менән бер мәктәптә, бер класҡа түбән уҡығайны. Аралаша инек ҡайһы берҙә. Бәпесен дә бик йәл. Уны белгән бөтәһе лә ерләшергә килде. Әсәһе менән бәпесте ике табутта ерләнеләр, – тигән Саҡмағош ауылында йәшәгән Марина исемле ҡатын.
Ғаиләнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: bash.news
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: