Яйыҡ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Май 2020, 17:15

Һатыусының муйынын быуа...

Был хәл яңы ғына Сибайҙың аҙыҡ-түлек кибеттәренең береһендә була.

Элекке көн сәғәт 4-тәр тирәһендә Сибай ҡалаһының аҙыҡ-түлек кибеттәренең береһенә 35 йәштәрҙәге бер ир килеп инә һәм һатыусының муйынынан эләктереп алып, быуа башлай. Һатыусы бар көсөнә һөжүм итеүсене этеп ебәрә һәм урамға сығып йүгерә. Ҡобараһы осҡан ҡатынға урамдан үтеп барыусы кешеләр ярҙамға ашыға: улар магазиндан сығып ҡасырға маташҡан ирҙе тотоп ала һәм хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре ҡулына тапшыра.
Зилиә (исеме үҙгәртелде) әйтеүенсә, һөжүм итеүсе ир кибеткә килеп инә лә аңғармаҫтан уға ташлана. Уның күҙҙәренән үк наркоман икәнлеге беленеп тора.
- Күпме генә үтенеп һораһам да, быуыуын дауам итте. Һатып алыусыларҙың да булмаған сағы. Күҙ алдым ҡараңғылана башлағас, ниндәйҙер бер көс менән уны этеп ебәрә алдым. Аҡ-ҡара күрмәй, урамға сығып йүгерҙем. Ярҙамға килеүселәрҙең барыһына ла ҙур рәхмәт, - ти Зилиә.
Һөжүм итеүсе ҡулға алынған һәм был хәл буйынса полиция хеҙмәткәрҙәре тикшереү эше башлаған.
Фото: gubdayli.ru
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: