Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Май 2020, 17:45

Бөгөн ҡәҙер кисе

Бөгөн, 19 май(2020) - ҡояш байыу менән Ҡәҙер кисе (Ләйләтүл-Ҡадр) башлана.

Бөгөн, 19 май(2020) - ҡояш байыу менән Ҡәҙер кисе (Ләйләтүл-Ҡадр) башлана.Был төндә Аллаһы Тәғәлә киләһе йылға һәр кешенең яҙмышын билдәләй, йәғни һәр әҙәмдең йыл буйына бөтә ҡылығы яҙып барылған Ғәмәл дәфтәре алмашына. Ҡәҙер кисендә таң атҡанға тиклем Ер йөҙөнә фәрештәләр төшөп торор, улар мөьминдәргә Аллаһтың сәләмен, әмерен, бер йыллыҡ яҙмыштарын еткерер. Шуға ла ул кис ғәрәпсә Ләйләт әл-ҡадр, йәғни тәҡдирҙәр хәл ителәсәк кис тип атала.«Уның бер кисе башҡа мең кистән хәйерлерәк», - ти изге китап. Шуның өсөн дә мосолмандар был төндә йоҡламай: ир-егеттәр — мәсеттәрҙә, ҡатын-ҡыҙҙар өйҙәрендә Ҡөрьән уҡып, Аллаһты ҙурлап уҙғара. Һәр кем элекке гонаһтары ярлыҡаныуына һәм киләсәктә изге яҙмышҡа өмөт итә. Намаҙы дүрт рәҡәғәттән тора, һәр береһендә «Фатиха» сүрәһенән һуң биш мәртәбә «Ҡәҙер» сүрәһе уҡыла. Сәждәлә саҡта үҙе өсөн, ата-әсәһе, туғандары, нәҫел-нәсәбе, мосолман ҡәрҙәштәре өсөн доға әйтеп, хәйерле яҙмыш һорауы рөхсәт ителә. Намаҙҙан һуң 70 тапҡыр «Әстәғәфируллаһи үә әтүбү итләйһи» тип әйтелә.Ҡәҙер төнө — ул ете төн уртаһында күк ҡабағының асылып китеүе. Ҡәҙер төнө күк ҡабағы асылғанда, ҡибла яҡтан күк ярылып, шул тиклем яҡтыра, хатта ерҙә ятҡан энәне лә күрергә мөмкин, ә ошо мәлдә күктә ожмах күренә, ти. Шул уҡ ваҡытта уны һәр кем күрмәй, йәғни ул лайыҡлы, бәхетле кешеләргә генә асыла икән. Күп кеше йәнәш ултырып та араларынан берәүһе генә күреүе ихтимал. Уның төп үҙенсәлеге шунда: Ҡәҙер төнө асылғанда, ни теләһәң дә, теләгең тормошҡа ашыр, ти.Аллаһүммә иннәкә ғәфүүн түхиббүл-ғәфүә фәғфү ғәнни.Мәғәнәһе: Эй, Аллаһым! һин ғәфү итеүсеһең, ғәфү итергә яратаһың, мине лә ғәфү ит.Источник: "Юшатыр" гәзите.
Читайте нас: