Яйыҡ
-13 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Май 2020, 13:20

БӘПЕМБӘ

Кем балаһы икән? Ниңә бер үҙе генә? Ҡурҡмай ҙа үҙе. Күҙгә туп - тура ҡарап, йылмайып тик тора. 2 - 3 йәш тирәһе барҙыр был ҡурсаҡ кеүек кенә һарыҡай ҡыҙсыҡҡа. Ниңә шул тиклем күҙ ҙә алмай ҡарай икән? Йылмая ла йылмая үҙе, әйтерһең, танышы, әйтерһең, өләсәһе. Битендәге һипкелдәренә тиклем йылмая хатта. Сәстәре һап - һары. Ишекте асһалар, уның яҡтыһында сәстәре үтә күренә. Ул саҡта ҡыҙыҡайҙың башы сәскәһе мамыҡлана башлаған бәпембәгә оҡшап китә.

Кем балаһы икән? Ниңә бер үҙе генә? Ҡурҡмай ҙа үҙе. Күҙгә туп - тура ҡарап, йылмайып тик тора. 2 - 3 йәш тирәһе барҙыр был ҡурсаҡ кеүек кенә һарыҡай ҡыҙсыҡҡа. Ниңә шул тиклем күҙ ҙә алмай ҡарай икән? Йылмая ла йылмая үҙе, әйтерһең, танышы, әйтерһең, өләсәһе. Битендәге һипкелдәренә тиклем йылмая хатта. Сәстәре һап - һары. Ишекте асһалар, уның яҡтыһында сәстәре үтә күренә. Ул саҡта ҡыҙыҡайҙың башы сәскәһе мамыҡлана башлаған бәпембәгә оҡшап китә. Бәпембәнең хас үҙе генә. Бындай ейәнсәре булһа, Фәйләрә уны: "Бәпембәм минең!" - тип кенә иркәләр ине, һөйөр ине. Сәстәренә һап - һары таҫмалар ҡушып үрер ине. Ә был ҡыҙыҡайҙың сәсе үрерлек түгел әле, бәпембә мамығы кеүек кенә. Үҙен - үҙе ҡосаҡлаған кеүек терһәктәрен услап, ҡулын ҡаушырған да эй йылмая Фәйләрәгә йөҙөн балҡытып, эй йылмая. Теш кенәләре ваҡ ҡына, тигеҙ генә. - Тайт, бәпембә! Әсәйең ҡайҙа? Кил, һөйөп алайым, мәммәй бирәйем. Кил. Миндә күүп ул тәмис. Мә, усыңа һалайым. Ҡыҙы бәләкәй саҡта кәнфитте тәмис, ти торғайны - ҡайҙан шул һүҙ сылҡ итеп тел осона килеп ҡунды? - Мә, бәпембәкәй, тәмис, ал, ал, ҡурҡма минән. "Мәрйә ҡыҙы микән әллә," - тип уйлап, руссалап та өндәште. - Я ведь тоже бабушка, не бойся, одуванчик, бери. Ҡулын һоноп, ынтылған ыңғайға ултырған еренән саҡ йығылмай ҡалған Фәйләрә күҙҙәрен асты. - Аһ - аһ... Ә ҡайҙа?.. Бер ус кәнфите ҡайҙа? Ҡыҙыҡай алып өлгөрмәне бит. Иҙәнгә лә һибелеп ҡалмаған, усында ла юҡ. Ә бәпембәкәй? Ул һуң ҡайҙа? Аптыраулы ҡараштары менән ирекһеҙҙән тирә - яғын байҡаны. алдындағы сумкаһын эскәмйәгә ҡуйып, урынынан торҙо ла ҡайҙалыр ҡапыл юҡ булған ҡыҙыҡай артынан эйәреп китергә теләгәндәй, бер - ике аҙым атлап ҡуйҙы хатта. - Аһ - аһ.. Бына ғәжәп. Әле генә теге ҡыҙыҡай менән икәүҙән икәү генәләр ине. Тып тын, шылт иткән тауыш та юҡ ине. Баҡһаң, шул уҡ шау - шыулы автовокзал, шул уҡ бер туҡтауһыҙ улай - былай үтеп - сүтеп йөрөүселәр. Бәпембәләй һары ҡыҙсыҡҙың ҡапыл юҡ булғанына ышанырға теләмәй Фәйләрә, һаман кешеләр араһын барлай. - Булды, әсәй, билет алдым. Алдына килеп баҫҡан Зәриәһен Фәйләрә ситкәрәк этәрҙе. - Ҡайҙа?.. Аһ - аһ... - Әсәй? Кемде эҙләйһең ул? - Бәпембәне... - Нимәне? Ниндәй бәпембә ул, әсәй? -Ҡыҙым, мин әллә йоҡлап ултырҙыммы? - Эйе, әсәй. Ярты минут тирәһе йоҡлап алдың, шикелле. Мин билет алғансы ғына. Ә нимә булды? - Аптырап ултырам, Зәриә.. Шуға һорайым, әллә йоҡлап ултырҙыммы, тип. Иртә торҙоҡ бит. Уяуҙағы һымаҡ итеп тороп күрҙем әле генә... Бына һин баҫып торған ошо ерҙә генә бер һап - һары сәсле бәләкәй генә ҡыҙыҡай торҙо миңә ҡарап. Миңә туп - тура ҡарай, көлә лә көлә үҙе. Бер кем дә юҡ ине яныбыҙҙа. Ул да мин генә. Һы. Бына инде... Төш, тип әйтерлек тә түгел. Фәйләрә урынына бер ултыра, бер тора, күрһәтә - күрһәтә һөйләй. - Бына ошо ерҙә ҡыҙыҡай тора, мин ошонда ултырам. Сәскәле генә күлдәк кейгән, ҡулындағы ҡурсағын ошолайтып түшенә ҡыҫҡан... Уяуҙағы һымаҡ күрҙемсе... Ә минең һөйләшкәнемде ишетмәгәнһеңдер ул? Ә бала күренмәнеме? Йөрөмәй инеме минең янымда берәй ҡыҙ бала? Зәриә әсәһенең бик ҡәҙерле әйберен ҡапыл юғалтып, ҡайҙан эҙләргә, нисек табырға белмәгән кеше кеүек аптыранып тороуын, борсоулы ҡараштарын күреп, үҙе лә һиҙмәҫтән, аяҡ аҫтарын, эргә - тирәне ҡарап ҡуйҙы. - Юҡ, әсәй, мин берүҙе лә күрмәнем эргәңдә. Берәй бала килеп алдыңа торғандыр, бәлки, әсәй. Ана бит, күпме йүгерешеп йөрөйҙәр. - Әлләсе... Шулай микән? Шулайҙыр, ысынлап та. Тик һаман ышанғыһы килмәне Фәйләрәнең. Шул тиклем асыҡ итеп күрҙе бит ул ҡыҙыҡайҙы, шундай асыҡ итеп һөйләште уның менән. Сәстәренең еҫе лә онотолмай һаман. Һап - һары бәпембәнең әскелтем генә еҫе тик тора танауында. Вокзалдан сығып барғанда ла кеше араһынан һары сәсле бәләкәй генә ҡыҙыҡайҙы эҙләне Фәйләрә. Ҡапыл ғына йүгереп килер ҙә, тағы донъя балҡытып, йылмайыр. Был юлы Фәйләрә уны, бәпембәкәй ҡыҙҙы, күтәреп үк алыр, күкрәгенә ҡыҫыр, сәстәренән һыйпар... Автобусҡа ултырһа, саҡ ҡына бара биргәс, күҙәрен йома Фәйләрә. Ғәҙәт иткән. Кешеләрҙең һөйләшкән, көлөшкөн тауыштары йырағая. Гөрөлдәп кенә ишетелгән тауыш уны ойота. Юл рәхәт кенә итеп бәүелтә. Ҡайһы аралалыр барып та етәһең, ял итеп тә алаһың шулай итһәң. Шулай була торғайны. Ә бөгөн ул ял итәйем, тип түгел, ә бәпембәкәй тағы күренмәҫ микән, тип күҙҙәрен йомдо. Юҡ... Осто ҡыҙыҡай бәпембә мамығы булып. Зәриә күҙенең ҡыры менән әсәһен күҙәтеп бара. Әсәһе, күҙҙәре йомоҡ булһа ла, нисектер керпектәрен ҡаға, ҡашын күтәреп ала. Башын аҫҡа баҫа, маңлайына усын терәй. - Әсәй, тыныслан. - Ә? Ә, эйе. Ярай... Күҙем алдынан китмәй...Ә үҙе юғалды. - Тыныслан, әсәй. Килеп еттек тә бына. Зәриәне төнгө унда таксиға ултыртып ебәргәс, кейәүе, ейәндәре йоҡларға ятҡас, Фәйләрә өлкән ҡыҙы менён оҙаҡ итеп һөйләшеп ултырҙылар, яйлап - тәмләп сәй эстеләр. - Әйттеңме Зәриәңә, самолетҡа ултырмаҫ элек, тегендә барып төшкәс үк шылтырат, тип? Әсәй йоҡламай көтәсәк, тип? - Ул былай ҙа белә бит, әсәй. Әйттем, әйттем. - Белә, белә, балаҡайым. Биш йыл буйы өйрәнеп бөттө инде. Иҫән - имен йөрөһөн инде. - Ятып тор, әсәй. Мин хәҙер, өҫтәлде йыйыштырам да. Һөйләшеп ятырбыҙ. Һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй уларҙың осрашҡан саҡтарында. Телефон, скайп менән генә булмай шул, ни тиклем уңайлы тиһәң дә. Күҙ - күрешеп һөйләшеп ултырыуға етәме ни? Тынын тояһың балаңдың, еҫен тояһың, ынтылп башынан һыйпайһың, тупылдатып һөйөп алаһың. Әсәһенең һүҙе бөтмәгәнде тоя Нәфисә. Ҡыҙҙары һиҙгер Фәйләрәнең. Көтә Нәфисә. Фәйләрәнең күңелен бушатҡыһы ла килә, ә үҙе нисек һүҙ башларға ла белмәй бәпембә тураһында. Зәриәгә сәйер төшөн шунда уҡ һөйләгәнгәлер, күрәһең, бөтәһе лә күҙ алдында ап - асыҡ тора ине, хәҙер ниңәлер ҡыҙыҡай тоноҡланып ҡалғандай - һөйләп килештерә алмаҫ кеүек. Тик алдына йылмайып килеп баҫҡан ҡыҙыҡай үҙе менән ниндәйҙер серҙе алып китте, ә Фәйләрәне был тикмәгә түгел, тигән уй хафаға һалды. Йәшәй - йәшәй шуны яңы аңлай башланы Фәйләрә - тормошта бер нәмә лә үҙе нисек теләй - шулай, ҡайҙа, ҡасан теләй - шунда үҙенән - үҙе барлыҡҡа килмәй. Бөтәһе лә, хатта уйлаған уйың да, хатта күргән төшөң дә, хатта күңел торошоң да бер - береһе менән дә, башҡа кешеләрҙеке менән дә күҙгә күренмәҫ ептәр менән бәйләнгән. Үҙ балаларың, туғандарың тураһында әйтеп тораһы ла юҡ - ҡан да тарта, йән дә тарта. Берёй яҡының кинәт кенә иҫкә төшһә, әллә ҡайҙан, күңел төбөнән ҡалҡып килеп сыҡһа, шул кеше тураһында йә бер хәбәр ишетәһең, йә үҙен осратып ҡуяһың, уның тормошонда ниндәйҙер көтөлмәгән бер хәл булып үткәнде беләһең. Һәр хәлдә Фәйләрә гел шулай тап килә. Быны ул бала саҡтан уҡ тоя башланы, тик аңлай белмәй ине әле. ...Балараҡ саҡтағы бер хәлде мәңге онотасағы юҡ Фәйләрәнең. Өйҙә ниңәлер әсәһе менән икәүһе генә. Ыбыр - сыбырҙар олаҡҡандыр ауыл буйына. Оҙағыраҡ ҡайтмаһалар, бигерәк яҡшы. Урындыҡта ултыралар. Әсәһе нимәлер бәйләй, Фәйләрә ҡурсаҡ уйнай. Ҡайҙа ул саҡта ҡупшы ҡурсаҡтар? Әсәһе йәшел сатраш шәлен ныҡ ҡына итеп түңәрәтеп төрә лә һары кизе яулығы менән биләп бирә. Шуны бәпәй итеп уйната Фәйләрә.Тәҙрә төбөнә тәсәйҙәрен теҙгән. Хәҙер балаһын йоҡлатыр ҙа, Зөлхәбирә әхирәтен сәйгә саҡырып алыр. Бәпәй уйнағанда, өй уйнағанда әсәһе әхирәт булып торорға риза гел. Сәй эсә алманы ул көндө әсәле - ҡыҙлы әхирәттәр. ...Ул һөйләшеү ҙә һүҙмә - һүҙ хәтерендә Фәйләрәнең. - Әсәй, мин яңы бәпәй уйнап ултырғанда, бәпәйемде ҡосаҡлап ултыра инем, әүәй - әүәй, Алла - Алла, - тип йырҙап йоҡтатам, тип, бәпәйем тас һин булып күрендесе күҙемә. Һин минең ҡулымда ятаһың, мин һине әүрәтәм, тип күренәсе... Әсәй, йөҙө, күҙҙәре, танауы, ирене тас һин! Йоҡтап киттең йырыма. Әсәһе Зөлхәбирә һиҙелер - һиҙелмәҫ кенә йылмайҙы. Сырайы яҡтырып китте лә Фәйләрәне аптыратты: - Бәпәй булып, һинең алдыңда ятырмын Алла бойорһа. Шөкөр. Рәхмәт, балам. Әсәһе Фәйләрәне ҡурсағы менән күкрәгенә ҡуша ҡыҫты ла эй һөйҙө арҡаһынан, эй яратты. Әсәһенең ниңә илағанын ҡыҙ аңлай алманы. Әсәһе Фәйләрәнең ҡулында үтте... Һыҙланыуға сыҙай алмай киткән саҡтарында әсәһен түшәгенән ҡалҡыта биреп, алдына һала ла: - Әүәй - әүәй... Алла - Алла... - тип көйләй. Әсәһенең ауыртыуҙан сытырайған йөҙө яҡтыра, һулышы тигеҙләнә, тынысланғандай була ла ойоп китә. -Бәпәй булып, һинең алдыңда ятырмын Алла бойорһа, - тигән һүҙҙәрҙе шул көндәрҙә аңланы Фәйләрә. Әсәһенең йылмаыуын да, ҡыуанып китеүен дә аңланы. Ә әсәһе үтә һынсыл ине. Ул юраған төштәр гел раҫҡа сыға, өйрәткән аҡылдарын ҡатындарғәжәпләнеп тыңлай ине. Фәйләрәне ире бер йәйҙә йәш ярымлыҡ улы менән Ҡәйнәһендә ҡунаҡҡа ҡалдырып ҡайтты. - Был баланы һаҡлағыҙ, ҡыҙым, - тигәйне әсәһе. - Бигерәк шаян, шуҡ шул, әсәй. Кер сайҡарға төшкәндә, улының өләсәһенә ҡунаҡҡа килгәндә тәүгә генә кейеп килгән күлдәген ағыҙҙы ла ебәрҙе Фәйләрә. Ағып та китмәне алһыу күлдәк, һыу төбөнә төшөп юғалды. Зым - зыя юҡ булды күҙ менән ҡаш араһында. Тапмай ҡайтты. Әсәһе ағарынып китте. - Ай әттә... Сабыр итерһең инде, балам... - Эй, уның нимәһенә сабыр итәһең? Алырбыҙ яңынан. Ағаһыныҡын кейер, булмаһа. Кейемдәре күп, йыуып бөтөп булмай. Ун һигеҙ йәшлек кенә улының үлемен ишетеп, иҫе үңгәләп киткәндә, әсәһенең: - Сабыр итерһең инде, балам,.. - тигән һүҙҙәре ҡолаҡ төбөндә генә ап - асыҡ булып ишетелде Фәйләрәгә. Шуғалыр, күрәһең, Фәйләрәнең күңелендә ниндәйҙер һиҫкәнеү, һипһенеү, ниндәйҙер һағайыу йәшәй. Бер нәмә лә осраҡлы түгел был тормошта. Үткәнең эҙһеҙ тороп ҡалмай, хәҙергең бөгөн бөтмәй, ә киләсәгең шул икәүһеҙ бөтөнләй була алмайҙыр ҙа хатта. Осраҡ тигән Ғали йәнәптең яҙмыш менән уйнауын Фәйләрә нисә тапҡыр үҙ ғүмерендә күрҙе - кисерҙе - үҙе генә белә лә, ире белә. Башҡа бер кемгә лә, хатта балаларына әйткәне булманы. Сөнки әсәһе тыйҙы. - Кешегә һөйләмә, балам. Һиҙенеү - һипһенеүҙәреңде үҙеңдә ҡалдыр. Үҙенән - үҙе бер осо килеп сыға ул. Ә кешегә һөйләһәң, тойомың яҙлыға. Балалары берәй хәл тураһында аптырап һөйләһә: - Бер нәмә лә хәҙер генә, ҡапыл ғына үҙенән үҙе килеп тыумай, аңлай белергә генә кәрәк, - тип кәңәш кенә бирә. - Был үҙенә күрә бер әшкәртеү, алдан аңғартып ҡуйыу һымаҡ була, шуны белеп ҡуйығыҙ. Шулай булғас, иртәнге сәйер күренеш нимәгә ишара икән һуң? - Сәй яңырттым, әсәй. Нәфисә һаҡ ҡына әсәһенә ҡағылды. - Әйҙә һуң, эсәйек, булмаһа. Кейәүгә әйттеңме, ул эсмәме? - Эсте ул. Зәриә ултырҙы самолетҡа. Ике сәғәттән тегендә була. Кейәү ҡаршы алып торасаҡ. Йә, хәҙер бәпембәң тураһында һөйлә инде. - Ә? Әйттеме, Зәриә? - Эйе. - Әй, уның нимәһен һөйләйем. Ҡуй. Оноттом да инде хәҙер. Нәфисә йылмайҙы. - Үҙеңде күргәнһеңдер, әсәй. Һөйләй торғайның бит, өлкән өләсәй һине лә "Бәпембә," - тип һөйгәнен. - Аһ! Ысынлап та! Ә мин аптыраған булам! Уйламаған уй ҡалманы. Ҡурҡып, шикләнеп бөттөм хатта. Рәхмәт, балаҡайым! - Өлкән өләсәй беҙгә һине һөйләргә ярата торғайны. Ҡаланан күсеп ҡайтҡанда бер ауыҙ башҡортса белмәй ине Фәйләрә, ти торғайны. Сәсе һап - һары, күҙе күп - күк ине әпсәңдең, тиһә, беҙ аптырай инек хатта. - Аяҡтары ҡап -ҡамыт бит әле! Йүгерә лә йөрөй үҙе. Нисек үҙ аяғына үҙе эләгеп ҡоламайҙыр - аптыраҡ. Уның ул аяҡтары ла төҙәйгәс... Кейәү алмаҫ инде һине, тиһәм, алыыыр, тип кенә ебәрә Фәйләрәң. - Саҡ өйрәте алдым үҙебеҙсәгә. Што такой ситошик? - тип бәпембә сәскәһен һорай. Белмәйем шул урыҫсаһын. Киттек Ҡәшүрәләрҙә ятҡан уҡытыусы ҡыҙға. Дыуанщик була икән бәпембә. - Ә кесерткән? Уны нисек белдең әле? - Ә-ә-ә. Кесерткәнде өҙөп алғанмын да өләсәйгә күрһәтәм, тип алып килгәнмен. Кесерткәндән сағылып илап торам, ти, үҙем ташламай, што ето трава, тип ныҡышам, ти. -Зөлхәбирә өләсәңдәргә бесәндә рәхәт - ике ҡулға бер эш. Мин уларҙан былайыраҡ арып бөтәм, мейем ҡайнап сыға. Өлкән өләсәһе һөйләгәндәрҙе әсәһенән тәүгә ишеткәндәй, йотлоғоп тыңланы Нәфисә. Әсәһенең көндөҙгө борсоулы, хафалы йөҙө асылды, күҙҙәре нурланды. Эҫе сәйҙән һуң бит алмалары алһыуланды. Шиктәрҙән, аңлайышһыҙ уйҙарҙан арынып, Фәйләрә йоҡлап китте. Иртә менән тороп та ултырҙы. Ҡыҙына өндәште. -Нәфисә, ә Зәриә шылтыраттымы? Мин йоҡлап киткәнмен бит. - Шылтыратты. Бөтәһе лә һәйбәт. Сәләм әйттеләр. Ә бәпембәңдең сере ябай, әсәй. Мин кисә УЗИ үткәйнем. Ҡыҙ бала, тинеләр. Зәриә лә шундайыраҡ хәл. Беҙҙең бәпембәләрҙе, ҡала балаларын, һин үҙебеҙсәгә өйрәтерһең инде, әсәй. Фәйләрә шаҡ ҡатты был хәбәргә. Нәфисәнең ҡулдарын ҡуша тотоп күкрәгенә ҡыҫты. Тәҙрә ҡаршыһында торған әсәһенең бик иртә ағарған сал сәстәре Нәфисәгә бәпембә мамығын хәтерләтетте. Әсәһе көлә, бәләкәй ҡыҙҙай талпына. - Бына бит! Әйтәм бит! Ана нисек була бит ул, Нәфисә! Бер нәмә лә тикмәгә генә түгел! ...Бер нәмә лә үҙе нисек теләй, шулай, ҡасан һәм ҡайҙа теләй, шунда барлыҡҡа килмәй. Бөтәһе лә бер береһенә бәйле. Бөтә тормош - күҙгә күренмәҫ ебәк ептәрҙән төйнәлгән, мәңге осона сыға алмаҫлыҡ сер йомғағы.
Таңһылыу Ҡарасурина.
Читайте нас в