Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Май 2020, 17:30

«Башинформ» — 2020 йылдың I кварталында өҙөмтә килтереү буйынса лидер

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, «Медиалогия» компанияһы мәғлүмәттәре буйынса, 363,80 өҙөмтә килтереү индексы менән 2020 йылдың I кварталында республика медиаресурстары рейтингында беренсе урынға сыҡты.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, «Медиалогия» компанияһы мәғлүмәттәре буйынса, 363,80 өҙөмтә килтереү индексы менән 2020 йылдың I кварталында республика медиаресурстары рейтингында беренсе урынға сыҡты. Икенсе урында — «Башҡортостан» ДТРК-һы (75,48), өсөнсөлә— Gorobzor.ru (74,35). Шулай уҡ тәүге бишәү иҫәбендә — Ufa1.ru сайты (62,05) һәм «Коммерсантъ – Башкортостан» гәзите (53,22).
Рейтинг «Медиалогия» системаһына ингән 56 меңдән ашыу йоғонтоло сығанаҡты: ТВ, радио, гәзит- журналдар, мәғлүмәт агентлыҡтары, интернет-киң мәғлүмәт саралары нигеҙендә төҙөлгән. Тикшереү осоро: 2020 йылдың 1 ғинуары – 31 марты.
«Башинформ» — республика киң мәғлүмәт саралары араһында өҙөмтә килтереү буйынса алыштырғыһыҙ лидер. Агентлыҡ 2019 , 2018 , 2017 йылдарҙа ла Башҡортостан медиаресурстары рейтингында алдынғылыҡты бирмәне.
http://www.bashinform.ru/news/1451807-bashinform-stal-liderom-tsitiruemosti-za-i-kvartal-2020-goda/
Читайте нас: