Яйыҡ
-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Май 2020, 18:45

Өфөлә «Изге былау» хәйриә фестивале онлайн уҙғарыла

Өфөлә «Мәрхәмәт» хәйриә фонды сирле балаларға ярҙам йөҙөнән сираттағы хәйриә сараһын – «Изге былау» аш-һыу байрамын ойоштора. Быйыл фестиваль тотош Рәсәйҙә һәм онлайн үткәрелә.

Өфөлә «Мәрхәмәт» хәйриә фонды сирле балаларға ярҙам йөҙөнән сираттағы хәйриә сараһын – «Изге былау» аш-һыу байрамын ойоштора. Быйыл фестиваль тотош Рәсәйҙә һәм онлайн үткәрелә.
Проектта илдең биш ҡалаһынан һәм яҡын сит илдән 10 ресторан ҡатнаша.
26 майҙа иртән ҡатнашыусылар былау бешерә, ә уларҙың оҫталығын компетентлы жюри һәм ризыҡты тәмләп ҡараусылар баһалай.
Былау добрыйплов.рф онлайн-майҙансығында һатыла. Заказдар 25 майға хәтлем ҡабул ителә.
Заказды 26 майҙа, көндөҙгө сәғәт 12-нән 4-кә тиклем заказсы менән алдан бәйләнешкә инеп, күрһәтелгән адрес буйынса килтерәләр. Бер ҡап былауҙың хаҡы — 200 һум. Бер ресторандан өс ҡаптан күберәк былау килтереү — бушлай. Сайтта шулай уҡ COVID-19 менән эшләгән табиптар өсөн былауға заказ бирергә мөмкин.
Өфө ресторандарында бешерелгән былауҙы һатыуҙан йыйылған аҡса 10 йәшлек Мәликә Шивырягинаға ярҙам күрһәтеү өсөн йүнәлтелә. Ҡыҙ церебраль фалиждан яфалана, социаль яраҡлашыу өсөн уға 149 мең һумлыҡ махсус инвалид коляскаһы кәрәк.
http://www.bashinform.ru/news/1451964-v-ufe-blagotvoritelnyy-festival-dobryy-plov-proydet-onlayn/
Читайте нас в