Яйыҡ
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Май 2020, 17:25

Республикала COVID-19 йоҡтороусылар 92-гә артҡан

19 майға оператив мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда коронавирус инфекцияһын йоҡтороуҙың 2247 осрағы асыҡланған.

19 майға оператив мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда коронавирус инфекцияһын йоҡтороуҙың 2247 осрағы асыҡланған. Бер тәүлектә улар 92-гә артҡан, тип хәбәр ителә стопкоронавирус.рф сайтында.
Әлеге ваҡыттта республикала сирлеләр — 1561 кеше, һауыҡҡандар — 669, коронавирустан үлеүҙең яңы осраҡтары тураһында хәбәр ителмәй (ошо осорҙа 17 кеше).
Һуңғы тәүлектә Рәсәйҙең 83 төбәгендә 9263 яңы коронавирус инфекцияһы менән ауырыу осрағы теркәлгән. Шул уҡ ваҡытта 5921 кеше һауығып сыҡҡан.
Илдең 85 төбәгендә бөтәһе 299 941 сирле асыҡланған, ә һауыҡҡан пациенттар 76 130-ға еткән. Шулай уҡ тәүлек эсендә 115 үлем осрағы теркәлгән. Ошо осорҙа Рәсәйҙә 2837 кеше коронавирустан вафат булған.
Роспотребнадзор мәғлүмәттәре буйынса, бөгөнгә яңы коронавирусҡа 7,3 миллиондан ашыу тикшереү үткәрелгән.
Һуңғы тәүлектә коронавирусҡа 205,3 мең тест эшләнгән.
Дөйөм алғанда, 19 майға Рәсәйҙә 267 мең 663 кеше — медицина күҙәтеүе аҫтында.
http://www.bashinform.ru/news/1451712-v-bashkirii-za-sutki-chislo-infitsirovannykh-covid-19-vyroslo-na-92-cheloveka/
Читайте нас: