Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Май 2020, 17:40

Ғәзизенең ғүмерен ҡыйған...

29 йәшлек ирҙе үҙ әсәһе сәнсеп үлтерә. Бысаҡ яралары күкрәк тәңгәленә тура килә уның.

Был аҡылға һыймаҫлыҡ фажиғә 15 майҙа Шишмә районының Новотроицкое ауылында була. 29 йәшлек ирҙе үҙ әсәһе сәнсеп үлтерә. Бысаҡ яралары күкрәк тәңгәленә тура килә уның. Ҡанға батҡан кәүҙәне төндә - өсөнсө яртылар тирәһендә үҙ өйөндә табалар. Был хәл тураһында үҙ порталында UfacityNews хәбәр итә.
Фажиғә урынына полиция хеҙмәткәрҙәре йүнәлә. Улар ирҙең 66 йәшлек әсәһен полиция участогына алып килә. Шунда һөйләп бирә лә инде ҡатын үҙ балаһының йәнен ҡыйғанлығын. Ул менән әсә араһында бәхәс ҡуба, ҡатын бысаҡҡа йәбешә. Был ваҡытта оло кеше иҫерек була.
Тәфтишселәр ҡатынға ҡарата "Үлтереү" статьяһы буйынса енәйәт эше асҡан. Уға ярашлы оло йәштәге ҡатынға аҙ булмаған йылдарын төрмәлә үткәрергә тура килеүе ихтимал.Эх, ошо шайтан һыуы күпме кешене ағыулай, аңын томалай, юлдан яҙҙыра! Юҡһа ғәзизенә ҡулы күтәрелер инеме ни һуң әсәнең?..
Фото 74.ru
Автор: Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: