Яйыҡ
-8 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Май 2020, 18:05

Ғаризаны бөгөндән бирергә мөмкин!

Башҡортостанда дәүләт ярҙамынан 63 мең самаһы сабыйҙың ата-әсәһе файҙа­ланасаҡ. Был маҡсатҡа төрлө кимәлдәге ҡаҙналарҙан 3,6 миллиард һум аҡса бүленәсәк.

Бөгөн республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова онлайн брифинг үткәрҙе һәм Башҡортостанда халыҡты социаль яҡлау тармағындағы яңылыҡтар менән тулыраҡ таныштырҙы.
Шулай итеп, бөгөндән аҙ килемле ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән өс йәштән ете йәшкә тиклемге сабыйҙар өсөн өҫтәмә ярҙам сараларын алыу өсөн ғариза ҡабул итә башлайҙар. Пособиелар ағымдағы йылдың 1 июненән түләнә башлаясаҡ. Быны “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында, күп функциялы үҙәктә, урындағы халыҡты социаль яҡлау хеҙмәте идаралығында эшләргә мөмкин, шулай уҡ документтарҙы почта аша ла ебәрергә була.
Пособиеларҙың был төрөн булдырыу хаҡында Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә Владимир Путин белдергәйне. Уны алыу өсөн шарттар билдәләнгән.
Йән башына тура килгән килем хеҙмәткә һәләтле йәштәгеләр өсөн билдәләнгән йәшәү минимумынан артмаҫҡа тейеш. Был дәүмәл 2019 йылдың икенсе яртыһында ҡабул ителгән һәм беҙҙә 9804 мең һум тәшкил итә. Пособие күләме иһә былтырғы йылдың икенсе яртыһында балалар өсөн билдәләнгән йәшәү минимумының 50 процентына тиң: 4 894,5 һум.
Тағы бер яңылыҡ: әгәр ҙә ғаилә ағзаһы пандемия шарттарында эшһеҙ ҡалған һәм был рәсми иҫбатланған икән, уның быға тиклем алған килеме иҫәпкә алынмаясаҡ.
Шуныһы мөһим: түләү тотош бер йыл өсөн иҫәпләнә. Ғариза бөгөндән алып ҡайһы ваҡытта бирелһә лә, пособие 2020 йылдың 1 ғинуарынан билдәләнәсәк. Шулай итеп, ата-әсә ағымдағы йылдың биш айы өсөн дә аҡса аласаҡ. Әгәр балаға ағымдағы йылда ғинуарҙан июнгә тиклем өс йәш тулған икән, ғаиләгә өҫтәмә түләү ошо көндән алып билдәләнәсәк. Йәки балаға 8 йәш, мәҫәлән, 15 апрелдә тула икән, ата-әсәһе әле ғариза яҙып, ғинуар, февраль, март һәм апрелдең яртыһы өсөн пособиеға иҫәп тота ала, тип белдерҙе Ленара Иванова.
Башҡортостанда дәүләт ярҙамынан 63 мең самаһы сабыйҙың ата-әсәһе файҙа­ланасаҡ. Был маҡсатҡа төрлө кимәлдәге ҡаҙналарҙан 3,6 миллиард һум аҡса бүленәсәк.
Тағы бер мөһим үҙенсәлек: был пособиеға дәғүә иткән ата-әсәләр эшләргә йә көндөҙгө бүлектә уҡырға, йәки рәсми рәүештә эшһеҙ тип билдәләнгән булырға тейеш. Йәғни ошо йәштәге балалар үҫтереп, бөтөнләй эшләмәйенсә ятҡан кешеләргә пособие түләнмәй.
Ташлама – инвалидтарға һәм инвалид бала тәрбиәләгәндәргә, I төркөм инвалидын йәки 80 йәшен үткән оло кешене ҡарағандарға; ауыры 20 аҙнанан үткән ҡатындарға, рәсми эшһеҙ тип теркәлгәндәргә һәм тағы бер нисә категорияға ҡараған граждандарға яһала (республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтында https://mintrud.bashkortostan.ru/presscenter/news/268538/ һылтанмаһы буйынса тулыраҡ мәғлүмәт менән таныша алаһығыҙ).
#детибашкириисчастье#башҡортостанбалалары
Фото: usercontent.com
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас в