Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Май 2020, 18:15

Хөкөм ителеүселәр өсөн кафе

Өфөлә, 9-сы холоҡ төҙәтеү колонияһында, тантаналы рәүештә хөкөм ителеүселәр өсөн казак стилендә «Хутарок» кафеһы асылды.

Өфөлә, 9-сы холоҡ төҙәтеү колонияһында, тантаналы рәүештә хөкөм ителеүселәр өсөн казак стилендә «Хутарок» кафеһы асылды. Рәсәй Федерацияһы Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, ойошманың исемендә хата юҡ – белорус телендә яҙылған.
Кафела төрлө ризыҡтар тәҡдим ителә һәм хаҡы ла ҡиммәт түгел. Үҙҙәрендә етештерелгән продукция файҙаланыла. Бында туҡлыҡлы борщтан, тәмле эремсек билмәненән, төрлө эслек һалып бешерелгән бөйөрөктәрҙән, салаттарҙан һәм башҡа аш-һыуҙан ауыҙ итергә мөмкин.
Учреждение начальнигы Денис Даньшин ҡыҙыл таҫманы киҫеп, йола буйынса яңы бешкән икмәкте ашап ҡараны, һуңынан кафе асылыу уңайынан тәмле төшкө аш булды.
«Хөкөм ителеүселәр кафеға графикта билдәләнгән ваҡытта килергә, үҙ иҫәбенә тәҡдим ителгән продукцияны һатып алырға, шулай уҡ тыуған көндәрен билдәләргә мөмкин», — тип белдерҙеләр Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында.
http://www.bashinform.ru/news/1452393-v-ufe-dlya-osuzhdennykh-otkrylos-kafe-v-kazachem-stile/
Читайте нас в