Яйыҡ
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Май 2020, 13:30

Коронавирус менән сирлеләр буйынса лидер ҡала һәм райондар

Республиканың Роспотребнадзор идаралығы коронавирус менән сирлеләр буйынса лидер ҡала һәм райондар тураһында хәбәр итте.

Башҡортостандың Роспотребнадзор идаралығы республиканың ҡайһы ҡала һәм райондарында яңы коронавирус инфекцияһы менән сирлеләр күберәк булыуы хаҡында хәбәр итте. Мәғлүмәттәр 19 майға иртәнге сәғәт 9-ға бирелгән.
COVID-19 раҫланған осраҡтар һаны буйынса беренсе урында Өфө – 733 осраҡ (тәүлек эсендә +18), икенсе урында – Нефтекама – 262 осраҡ (тәүлек эсендә бер яңы осраҡ та юҡ), өсөнсөлә – Бәләбәй – 95 осраҡ (тәүлек эсендә +1). Артабан Өфө районы килә – 77 (бер тәүлектә +2), Стәрлетамаҡ – 68 (бер тәүлектә +1), Салауат – 59, Күмертау – 58 (+4), Салауат районы – 54 (бер тәүлектә +49, сир Тажикстандан һәм Үзбәкстандан килгән мигранттар араһында таралған тип билдәләнә), Тәтешле районы – 46 һәм Октябрьский ҡалаһы – 39.
Башҡортостандың Роспотребнадзор идаралығында белдереүҙәренсә, тәүлек эсендә үҫеш темпы 4,2 процент тәшкил иткән.
"Башинформ".
Читайте нас: