Яйыҡ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Май 2020, 17:50

Полигонда янғын

Учалы ҡалаһы өҫтөндәге ҡот осҡос ҡара төтөн күптәрҙе ҡурҡытты. Һауаға торба булып күтәрелгән ҡуйы төтөндө яҡын-тирә ауылдарҙан да күрергә мөмкин ине.

16 май Учалы ҡалаһы өҫтөндәге ҡот осҡос ҡара төтөн күптәрҙе ҡурҡытты. Һауаға торба булып күтәрелгән ҡуйы төтөндө яҡын-тирә ауылдарҙан да күрергә мөмкин ине.
17.48 сәғәттә 24-се янғын-ҡотҡарыу часының диспетчер хеҙмәтенә ҡаланың ҡаты көнкүреше ҡалдыҡтары полигонында янғын сығыуы тураһында хәбәр килә. Янғын һүндереүселәр кисекмәҫтән янғын урынына юллана. Ут ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тирә-яҡты ялмап ала. Һөҙөмтәлә 10 мең квадрат майҙан яна. Һуңынан асыҡланыуынса, полигон хеҙмәткәрҙәре тәүҙә ялҡын менән үҙаллы көрәшеп ҡарайҙар, әммә килеп сыҡмай. Ваҡиға урынына ике ПСЧ-24 автоцистернаһында биш ҡотҡарыусы барған, унан тыш Тау байыҡтыыру комбинатының һәм “Чистый город+»” йәмғиәтенең техникалары, ике бушатҡыс, дүрт КаМАЗ, ике грейдер, ике трактор һәм бер ассенизатор ҡатнаша. Иртәгәһенә биләмәләге янғынды тулыһынса туҡтатыуға ирешәләр. Әлеге ваҡытта ваҡиғаның сәбәптәре асыҡлана, янғын кешеләр ут менән һаҡһыҙ ҡулланыуҙан сыҡҡан, тип күҙаллайҙар.
Учалы ҡалаһы полигоны “Тәбиғәт” дәүләт унитар предприятиеһына ҡарай. Ҡуртымсыһы – Белорет ҡалаһының “Чистый город+»” йәмғиәте.
Читайте нас: