Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Май 2020, 17:50

Һуйыр атып тотолдолар

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 18 май иртәнге 7.00 сәғәттә Учалы районы эске эштәр бүлегенә Кирәбе ауылынан ике километр самаһы алыҫлыҡта, айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәһендә, ҡоштарҙы аталар тигән оператив хәбәр килә.

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 18 май иртәнге 7.00 сәғәттә Учалы районы эске эштәр бүлегенә Кирәбе ауылынан ике километр самаһы алыҫлыҡта, айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәһендә, ҡоштарҙы аталар тигән оператив хәбәр килә. Полиция хеҙмәткәрҙәре шундуҡ ваҡиға урынына юллана. Тикшереү барышында урындағы ике кешенең законһыҙ һунар менән шөғөлләнеүҙәре асыҡлана. Ике әшнә әшнә һуйырға һунар итеп йөрөгәндәрендә тотолалар.
Баҡтиһәң, 21 һәм 24 йәшлек был икәү урманға мотоциклда һәм мопедта килә. Үҙҙәре менән патронлы ҡоралдары, рюкзагы була. Һуңынан асыҡланыуынса, ҡоралды ла улар законһыҙ рәүештә һаҡлаған. Ә атып алған ҡош түшкәләрен рюкзактарына тултырып ҡуйғандар. Дүрт һуйырҙы атып, республика тәбиғәтенә 24 мең һумлыҡ зыян килтергәндәр.
Уларҙың йәшәгән урындарында ла тентеү үткәрелә, 21 йәшлегенең йортонда патрондар табылған. “Һунарсы”ларға ҡаршы енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Читайте нас: