Яйыҡ
-27 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Май 2020, 10:30

190 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлә

Салауат районының Янғантау ауылында “Демография” милли проекты сиктәрендә балалар баҡсаһы төҙөлә.

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Салауат районының Янғантау ауылында “Демография” милли проекты сиктәрендә ике йәштән ете йәшкә тиклемге балалар өсөн 190 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлә. Төҙөлөштөң заказсыһы – “БР Капиталь төҙөлөш" идаралығы, подрядсы бурыстарын “Лидер-групп” йәмғиәте үҙ иңенә алған.
Төҙөлөш ағымдағы йылдың 20 мартында башланғайны. Төҙөүселәр мөһим объектты 31 декабргә тапшырырға күҙаллай. Дөйөм майҙаны 3500 квадрат метр тәшкил иткән учреждение алты төркөмгә иҫәпләнгән.
Проектҡа ярашлы, учреждениела балаларҙың үҫеше өсөн бар шарттар булдырыласаҡ: медицина кабинеты, музыка һәм спорт залдары, методик кабинеттар, төркөмдәр өсөн иркен бүлмәләр. Саф һауала балалар рәхәтләнеп ял итһен өсөн ихатала хәүефһеҙлек талаптарына яуап биргән спорт ҡоролмалары, бәүелсәктәр, таусыҡтар, ҡом менән уйнау урындары һ.б. урынлаштырыласаҡ.
Әлеге ваҡытта төҙөлөштә эш тейешле шарттарҙа бара, коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау маҡсатында профилактик саралар күҙәтелә.
- Төҙөлөш материалдары етерлек, төҙөүселәр - эш урындарында, объектты ваҡытында тапшырасаҡбыҙ, - ти “Лидер-групп” йәмғиәтенең генераль директоры Рөстәм Ғәйнетдинов.
"Башҡортостан".
Читайте нас в