Өфө районының Максимовка ауылында аслыҡтан бәпембә ашап көн иткән Тоня әбей тураһында бер нисә тапҡыр яҙғайныҡ инде.
Үкенесле, оло кешегә ҡартайған көнөндә рәхәт тормошта, бәхеттә-шатлыҡта оҙаҡ йәшәргә насип булмаған икән. Әбейгә ауыр ваҡытта ярҙам ҡулы һуҙған ирекмәндәргә балалар йортонда тәрбиәләнгән ейәндәре тағы ла ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән.
Тоня әбейҙең ейәндәре ирекмәндәргә ҡайғылы хәбәр еткергән: улар бына инде бер нисә көн үҙҙәренең 84 йәшлек әбейенә шылтырата алмай икән. Балалар ишек янына килә, әммә эстән берәү ҙә асмай, ә полиция хеҙмәткәрҙәре ватып инеүҙән баш тарта.
18 майҙа әбейҙең бер ейәне тағы ла бында килә һәм фатирҙан һаҫыҡ еҫ сыҡҡанын һиҙеп ҡала. Күршеләре уға ишекте ватырға ярҙам итә. Эскә үткәс, фатир хужабикәһенең мәйетенә тап булалар. Асыҡланыуынса, пенсионер кәм тигәндә өс көн элек үлгән.
Тоня әбейҙең ейәндәренән башҡа яҡын кешеһе юҡ, ерләү эштәре менән уларға шөғөлләнергә тура киләсәк. Был 35 мең һумға төшәсәк. Ә ейәндәренең бындай күләмдә аҡсаһы юҡ. Өҫтәүенә һаҫыҡ еҫ аңҡыған фатирҙы ла йыуырға, таҙартырға кәрәк. бар йәһәттән балаларға тағы ла ирекмәндәр ярҙам ҡулы һуҙасаҡ.
Әбейҙең туғандарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.