Яйыҡ
-30 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Май 2020, 16:10

Башҡортостанда меңдән ашыу баланы талпан тешләгән

Медицина учреждениеларына 2 946 кеше талпан ҡаҙалыуға зарланып мөрәжәғәт иткән, улар араһында 1 290-ы — балалар.

Башҡортостанда 19 майға медицина учреждениеларына 2 946 кеше талпан ҡаҙалыуға зарланып мөрәжәғәт иткән, улар араһында 1 290-ы — балалар. Былтыр ошо осорҙа 3 172 кеше, шул иҫәптән 1 160 бала талпан тешләүгә зарланған.
Роспотребнадзорҙың республика идаралығында белдереүҙәренсә, Гигиена һәм эпидемиология үҙәгендә, уның филиалдарында талпандарҙың энцефалит һәм боррелийҙар менән зарарланған булыуын тикшереү пункттары асылған.
Лабораторияларҙың адрестары һәм халыҡ өсөн урманға барғанда шәхси һаҡланыу ҡағиҙәләре тураһында мәғлүмәт Роспотребнадзорҙың Башҡортостан Республикаһы идаралығы сайтында баҫылған.
http://www.bashinform.ru/news/1452781-v-bashkirii-kleshchi-pokusali-bolee-tysyachi-detey/
Читайте нас в