Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Май 2020, 16:25

Бына ниндәй сер һаҡланған икән!

Инстаграмда танылған сәхнә йондоҙҙарының тормошон күҙәтеп барыусылар өсөн тағы бер көтөлмәгән яңылыҡ пәйҙә булды.

Инстаграмда танылған сәхнә йондоҙҙарының тормошон күҙәтеп барыусылар өсөн тағы бер көтөлмәгән яңылыҡ пәйҙә булды.
Ғәҙәттә, йырсылар балалары хаҡында төрлө фото-видеолар ҡуйып, барыһы менән таныштырып барырға ярата. Ә бына Рөстәм Асаев ул яҡтан тыйнаҡлыҡ һаҡлай, тормошонан күп нәмә сер булып ҡала бирә.
Бөгөн иһә ул улының йырлағаны яҙылған видеоны ҡуйып шаҡ ҡатырҙы. Ҡыҙы Гөлназдың ғәжәп матур тауышлы, тура һүҙле булыуын, атаһына оҡшағанын беләбеҙ. Ә бына Мөслим исемле улының йырлауы тураһында күптәр бөгөн генә ишеткәндер. Алма ағасынан алыҫ төшмәй - шәп йырлай малай! Уңыштар юлдаш булһын Мөслимгә!
Фото: Инстаграм.
Автор: Самат Ғәлин
Читайте нас: