Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Май 2020, 18:20

Депутат иҫерек булған

Toyota Land Cruiser менән Lexus автомобилдәре бәрелешә һәм юлдан ситкә оса. Машиналарҙың береһе рулендә “Берҙәм Рәсәй” партияһы депутаты Хәмит Фәйзрахманов ултырған һәм иҫерек булған.

Кисә республиканың Асҡын районында юл-транспорт ваҡиғаһы була. Toyota Land Cruiser менән Lexus автомобилдәре бәрелешә һәм юлдан ситкә оса. Машиналарҙың береһе рулендә “Берҙәм Рәсәй” партияһы депутаты Хәмит Фәйзрахманов ултырған һәм иҫерек булған. Аварияла 20 йәшлек ҡыҙ йәрәхәттәр ала, уға табиптар ярҙамы кәрәк була. Ә депутат... уға ярҙам итәһе урынға ҡаса.
Асҡын районы хакимиәте башлығы Ришат Дихин белдереүенсә, Хәмит Фәйзрахманов ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре килеп етеүен көтмәй авария урынынан китә, был осраҡты “Ашығыс ярҙам” фельдшеры теркәй. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ул иҫерек булған. Әлеге ваҡытта депутат бәйләнешкә сыҡмай.
“Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе булған Радий Хәбиров был турала ишетеү менән депутатты партиянан сығарырға һәм яуаплылыҡҡа тарттырырға ҡуша. Һөҙөмтәлә партияның этика буйынса комиссияһы ултырыш үткәрә һәм уны үҙ сафынан ҡыуа.
Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тағы бер тапҡыр был ваҡиғаға иғтибар итте.
– Авария яһаған да ҡасҡан, ҡыҙға ярҙам итмәгән. Беҙ ҡарар ҡабул иттек – уны партиянан сығарҙыҡ. Әлеге ваҡытта партияның меңәрләгән кешеһе эшләй, халыҡҡа ярҙам итә. Ә бына уның кеүек кешеләр башҡа ағзаларға тап төшөрә, ундай кешеләрҙән таҙарынырға кәрәк. Әле асыҡланыуынса, ул ауыл биләмәһендә насар мөнәсәбәттәр хөким иткән, был депутат барыһын да үҙенең ҡул аҫтында тотҡан тиҙәр. Комиссия булдырып, был мәғлүмәтте тикшерергә ҡушам, – тине Радий Хәбиров.
Фото: «Большой Хапок» ТГ-каналы.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: