Башҡортостандың баш ҡалаһы аэропортында тағы бер самолет менән Һиндостанда ҡалған пассажирҙарҙы алып ҡайтыуҙарын көтәләр. Делиҙан һауа судноһы Өфөгә 23 майҙа килә. Был хаҡта Рәсәй Федерацияһы Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығының телеграм-каналы хәбәр итте.
Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, 21 майҙан 26-һына тиклем рәсәйҙәрҙе Һиндостандан, Шри-Ланканан, Малайзиянан, Камбоджанан, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән, Ҡырғыҙстандан, Үзбәкстандан, АҠШ-тан, Әрмәнстандан, Италиянан, Тажикстандан, Иорданиянан, Ливандан, Индонзиянан алып ҡайталар. Рейстар Мәскәүгә, Петербургка, Новосибирскиға, Екатеринбургка, Дондағы Ростовҡа, Красноярскиға һәм Краснодарға тиклем ойошторолған.