Яйыҡ
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Май 2020, 18:55

“КЕЙӘҮГӘ СЫҒАМ, МИНЕ ОНОТ”

Уның менән эш сәфәрендә таныштым. Балта оҫтаһы икән. Ғаиләһе менән ҡыҙыҡһынғас, ҡулын ғына һелтәне.- Яңғыҙмын шул, - тине. - Шунан үҙенең бәхетһеҙ яҙмышы хаҡында һөйләне.Әүхәт шофер булып эшләй. Көндәрҙең береһендә Өфөгә эш сәфәре менән барғанда юл сатында ҡул күтәреп торған бер ҡыҙҙы ултыртып ала. Теле-телгә йоҡмай һылыуҙың, бигерәк ихлас булып сыға. Ҡалаға килеп еткәс, рәхмәт әйтеп:­- Әлдә ултырттығыҙ әле, һеҙ булмаһағыҙ, нимә эшләр инем. Әйҙә, инеп сәй эсеп сығығыҙ, - тип фатирына саҡыра.

Уның менән эш сәфәрендә таныштым. Балта оҫтаһы икән. Ғаиләһе менән ҡыҙыҡһынғас, ҡулын ғына һелтәне.
- Яңғыҙмын шул, - тине. - Шунан үҙенең бәхетһеҙ яҙмышы хаҡында һөйләне.
Әүхәт шофер булып эшләй. Көндәрҙең береһендә Өфөгә эш сәфәре менән барғанда юл сатында ҡул күтәреп торған бер ҡыҙҙы ултыртып ала. Теле-телгә йоҡмай һылыуҙың, бигерәк ихлас булып сыға. Ҡалаға килеп еткәс, рәхмәт әйтеп:
­
- Әлдә ултырттығыҙ әле, һеҙ булмаһағыҙ, нимә эшләр инем. Әйҙә, инеп сәй эсеп сығығыҙ, - тип фатирына саҡыра.
Ир сәғәтенә ҡарап ала. Йомошо бик ашығыс булмағас, кире ҡаҡмай. “Сумкаһы ла тос ҡына күренә, ярҙам итермен. Унан сарсатҡан да, берәй сынаяҡ булһа ла сәй эсермен”, - тип уйлай ҙа, машинаһын аулаҡ урынға ҡуйып, ҡыҙҙың фатирына йүнәлә...
Ике арала етди бәйләнеш башлана. Үлеп ғашиҡ була Әүхәт үҙенән ун йәшкә кесе Алинаға. Хәҙер ир ҡалаға юлы төшкән һайын унда туҡтала. Хатта төрлө сәбәп табып ҡунып та ҡала. Бер аҙҙан ул бөтөнләй ҡыҙ янына күсеп килә, автоколоннаға шофер булып эшкә урынлаша. Ғүмер буйы ауылдан, мал араһынан башҡаны күрмәгән иргә яңы донъя асылғандай була. Эш хаҡын мул алған ирҙе йәш ҡатын ҡулайлы файҙалана. Ипотекаға алған фатирына түләй. Сираттағы отпускка сыҡҡас, Төркиәгә барып ҡайталар. Киләһе йылына – Сочиға. Ә ауылда ҡалған ҡатыны ҡыҙын алып тыуған яғына юллана.
Тормош һәр ваҡыт шулай күңелле барыр кеүек тойола. Әммә көндәрҙең береһендә тайғаҡ юлда Әүхәт машинаһы менән фажиғәғә юлыға. Кабина эсенән саҡ сығаралар уны, һуңынан ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙаталар. Алина Әүхәт яғына тәүҙәрәк килеп йөрөй һәм бар аҙҙан телефондан: “Кейәүгә сығам, мине онот”, - тип хәбәр итә лә эҙһеҙ юғала. Әүхәт ярты йыл самаһы дауаханала ятҡас, тыуған ауылына ҡайта. Бөгөн яңғыҙы ғына донъя көтөүе икән. Күптән түгел ҡырҡ йәшен тултырған. Уның тәүге ғаиләһе менән бәйләнеше булыу-булмауы менән ҡыҙыҡһынам.
- Хәҙер беҙгә бергә булыу мөмкин түгел инде, - тине ул, ауыр уфтанып. - Ҡатыным икенсегә кейәүгә сыҡҡан. Уртаҡ балалары бар, былай матур йәшәйҙәр, ти.
- Үҙегеҙгә яңынан ғаилә ҡорорға кәрәк инде, ир кешегә яңғыҙ ғүмер итеүе ҡыйын бит.
- Уныһы шулай ҙа ул. Әммә күңел ятҡан кешене ҡайҙан табаһың? Фәниәм алтын булған, ҡәҙерен белмәгәнмен. Бер ҡыҙға ышанып, ғаиләһеҙ ҡал инде. Ниңә шул саҡта ҡыҙҙың фатирына барғанмындыр... Йә, сәй эсергә ашхана бөткәнме? Шул ҡәһәрле көн бөтә яҙмышымды селпәрәмә килтерҙе. Эш хаҡын мул алдым, ғаиләмде ҡарайһы урынға шуның фатирына түләнем. Их, хаталаныу өсөн күп кәрәкмәй икән! Шул бәхетле көндәремде һағынам... - Әүхәт был һүҙҙәрҙе әйткәндә күҙҙәренән йәш бөрсөктәре тәгәрәне...
Венер Исхаҡов
Читайте нас: