Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Май 2020, 16:10

Тәүлек эсендә сирлеләр 89-ға артҡан,

21 майға мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы йоҡтороуҙың 2 424 осрағы асыҡланған.

21 майға мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы йоҡтороуҙың 2 424 осрағы асыҡланған. Тәүлек эсендә улар 89-ға артҡан, тип хәбәр ителә стопкоронавирус.рф сайтында.
Әлеге ваҡытта республикала сирлеләр һаны — 1 643 кеше, һауыҡҡандар — 792, коронавирустан үлеүҙең яңы осраҡтары тураһында хәбәр ителмәй (бөтә осорҙа 18 кеше).
Һуңғы тәүлектә Рәсәйҙең 84 төбәгендә 8 849 яңы коронавирус инфекцияһы менән ауырыу асыҡланған. Илдең 85 төбәгендә бөтәһе 317 554 сирле теркәлгән.
Шулай уҡ тәүлек эсендә 127 үлем осрағы теркәлгән. Ошо осорҙа Рәсәйҙә 3 099 кеше коронавирустан үлгән.
Һуңғы тәүлектә Рәсәйҙә 7 289 кеше дауахананан һауығып сыҡҡан. Илдә һауыҡҡан пациенттар һаны 92 861-гә еткән.
http://www.bashinform.ru/news/1452817-v-bashkirii-za-sutki-chislo-infitsirovannykh-covid-19-vyroslo-na-89-cheloveka/
Читайте нас: