Бөгөн Хөкүмәттә коронавирусҡа ҡаршы штабтың оператив кәңәшмәһе үтте. Уны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәрҙе.
Республика етәксеһе тағы бер тапҡыр мосолмандарҙың етеп килгән изге байрамы – Ураҙа байрамын билдәләүгә иғтибар итте. Быйылға уны өйҙә үткәрергә тура киләсәк. Был үҙебеҙҙең һаулыҡ һәм хәүефһеҙлек өсөн кәрәк. Республика мәсеттәре онлайн режимда эшләргә тейеш.
– Православие динендәге кешеләр беҙҙең үтенес буйынса Пасха байрамын сиркәүгә бармай ғына үткәргәйне. Һөҙөмтәлә беҙҙә был йәһәттән сирләүселәр булманы. Ә быны эшләмәгән төбәктәрҙә сиркәүгә барған кешеләр араһында коронавирус усаҡтары барлыҡҡа килде. Әле мосолман ҡәрҙәштәребеҙҙән үтенәбеҙ: быйылға мәсеткә барырға һәм күпләп йыйылырға ярамай. Был ҡарарҙы дин әһелдәре менән бергә ҡабул иттек, – тине Радий Хәбиров.
Был йәһәттән Радий Фәрит улы БДБ илдәренән килгән мосолмандарҙы ла айырым контролдә тоторға ҡушты. Уларҙың мәсеткә барып, байрам үткәреү теләге булыуы ихтимал.
Бынан тыш, төбәк етәксеһе 28 май сик һаҡсылары көнө булыуын да хәтергә төшөрҙө. Был көндө элекке һалдаттар, ветерандар киң билдәләргә, парктарҙа күмәкләшеп йыйылырға ярата. Быйылға был да булмаҫҡа тейеш. Муниципалитет башлыҡтары был йәһәттән ныҡлап эшләргә, сир усаҡтарын булдырмау өсөн барыһын да башҡарырға тейеш.
Кәңәшмә ваҡытында Радий Хәбиров тағы бер яңылыҡ еткерҙе. Билдәле булыуынса, 2 май көнө Хәтерләү көнө тип иғлан ителгәйне. Коронавирусҡа бәйле, быйылға был көндө 6 июнгә күсереп торалар.
– Беҙ тағы бер тапҡыр дини лидерҙар менән кәңәшләштек һәм халыҡтың һорауын иҫәпкә алып зыяраттарҙы асырға булдыҡ, – тине Радий Фәрит улы.
Был көндө үткәреү өсөн муниципалитет башлыҡтарына зыяраттарға тиклем автобус маршруттарын ебәреү, ҡәберлектәрҙе тәртипкә килтереү, сүп-сар йыйыуҙы ойоштороу кәрәк. Шул уҡ ваҡытта зыяратта бер урында күп кеше йыйылырға тейеш түгел.