Яйыҡ
-13 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Май 2020, 16:20

Йортло булам тиһәң...

Ауыл хужалығы министрлығының “Башҡортостан Республикаһының ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” программаһы ярҙамында төбәктә 200 ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртасаҡ. Ошо проект буйынса сертификаттарға 371 миллион һум һум аҡса бүленгән.

Ауыл хужалығы министрлығының “Башҡортостан Республикаһының ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” программаһы ярҙамында төбәктә 200 ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртасаҡ. Ошо проект буйынса сертификаттарға 371 миллион һум һум аҡса бүленгән.
Ведомствола белдереүҙәренсә, ярҙам күләме ғаиләлә нисә кеше йәшәүенә ҡарап иҫәпләнә. Уның дәүмәле 700 мең һумдан ике миллион һумға тиклем тәшкил итә. Мәҫәлән, Ҡырмыҫҡалы районында ете ғаилә сертификат алған. Ярҙам алғандар араһында ”Синергия” һәм “Алатау” хужалыҡтары хеҙмәткәрҙәре һәм етәкселәре бар.
Әйткәндәй, программа йыл башынан эшләй. Ул бынан алда ҡабул ителгән “Башҡортостан Республикаһында ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауыл хужалығы продукцияһы, сеймалы һәм аҙыҡ-түлеге баҙарын көйләү” дәүләт программаһына ярашлы бойомға ашырылған “2020 йылға тиклем Башҡортостан Респубикаһының ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше” программаһына алмаш булып тора.
Ауыл хужалығы министрлығы күрһәткестәре буйынса, ауыл ерендә 40 процент йорттар төҙөкләндерелгән. Шул уҡ ваҡытта йорттарҙың 38,5 проценты – үҙәк канализация, 60 проценты – һыу, 85 проценты газ менән тәьмин ителгән.
“Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” дәүләт программаһы республикала “Торлаҡ” милли проектын ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итә.
Фото: pravdaurfo.ru
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас в