Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Май 2020, 17:10

+29 градусҡа тиклем йылы була

Башҡортостанға һалҡынса көндәрҙән һуң яйлап йылы әйләнеп ҡайта.

Башҡортостанға һалҡынса көндәрҙән һуң яйлап йылы әйләнеп ҡайта. Ял көндәрендә республиканың көньяғында +29 градусҡа тиклем йылы булыуы көтөлә.
Башгидрометүҙәк синоптиктары мәғлүмәттәре буйынса, шәмбе һәм йәкшәмбе республиканың бөтә райондарында ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр һәм йәшен фаразлана. Төндә термометр бағанаһы +7, +12 градусҡаса төшә, көндөҙ һауа +20, +29 градусҡаса йылына.
Өфөлә шәмбе ямғырлы, ләкин йылы була. Һауа температураһы көндөҙ +18-ҙән +21 градусҡа тиклем тирбәлә. Йәкшәмбе, 24 майҙа, тағы ла эҫерәк, +24, +26 градус була.
http://www.bashinform.ru/news/1453231-k-vykhodnym-v-bashkirii-potepleet-do-29-gradusov/
Читайте нас: