Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Май 2020, 18:35

Аэропортты тергеҙергә уйлайҙар

Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта ҡаланың аэропортын тергеҙергә күҙаллауҙары тураһында белдерҙе.

Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта “Башинформ” агентлығына ҡаланың аэропортын тергеҙергә күҙаллауҙары тураһында белдерҙе.
Белоретта аэропорт 1972 йылда төҙөлә, 1999 йылда һуңғы рейс башҡарыла, 2011 йылда аэропорт бинаһын һаталар.
“Осоу-ултырыу полосаһы һаҡланған, ул вертолеттарҙы һәм еңел самолеттарҙы ҡабул итерлек. Планер спортын үҫтереү өсөн беҙҙә бер-нисә еңел һәм үтә еңел авиация самолеттары, был йүнәлештә эшләй алырлыҡ летчиктар ҙа бар”, - тип пландары менән уртаҡлаша хакимиәт башлығы.
Шулай уҡ, тергеҙеләсәк аэропортта санитар авиацияһы өсөн вертолет майҙансығы ла булдырыласаҡ. Ул Учалы, Әбйәлил, Бөрйән, Белорет райондарынан санавиация вертолеттарын ҡабул итә аласаҡ.
Башлыҡ әйтеүенсә, аэропорт биләмәһе ҡоймаһын, осоу-ултырыу полосаһын ремонтлау, маркировкалау талап ителә. Шулай уҡ команда-диспетчер пунктын, самолеттар өсөн туҡталҡаны, һаҡ хеҙмәтен тергеҙер кәрәк.
Аэропортты тергеҙеү районда туризм үҫешенә лә этәргес буласаҡ.
“Башинформ” фотоһы.
Автор: Римма Султанова
Читайте нас: