Яйыҡ
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Май 2020, 10:25

Бөтә объекттар тикшерелде

Быйыл Өфөлә заказсы, подряд ойошмалары һәм техник күҙәтеү хеҙмәте вәкилдәре ингән комиссия “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты 2017 йылдан 2019 йылға тиклем тормошҡа ашырылған осорҙа ремонтланған бөтә объекттарҙы тикшерҙе.

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Быйыл Өфөлә заказсы, подряд ойошмалары һәм техник күҙәтеү хеҙмәте вәкилдәре ингән комиссия “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты 2017 йылдан 2019 йылға тиклем тормошҡа ашырылған осорҙа ремонтланған бөтә объекттарҙы тикшерҙе.
Йәмғеһе 112 урам-юл селтәре участкаһын ҡарап сыҡтылар. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса 67 акт төҙөлдө, етешһеҙлектәр теркәлде. Генераль подряд ойошмалары исеменә уларҙы бөтөрөү талабы менән хат ебәрелде. Был участкаларҙы подрядсылар үҙ иҫәбенә төҙөкләндерә, бюджеттан аҡса йәлеп ителмәй.
Ошондай объекттарҙың береһе – Салауат Юлаев проспектында, Минһажев урамынан Кесе Ебәкселәр урамына тиклемге участка. Дүрт саҡрымлыҡ юл 2017 йылда ремонтланған. Подряд ойошмаһы май байрамдарынан һуң етешһеҙлектәрҙе яйға һалыуға тотондо, эште ай аҙағына тиклем тамамларға ниәтләйҙәр.
Мәғлүм булыуынса, Салауат Юлаев проспекты – иң көсөргәнешле урындарҙың береһе. Транспорт тығыны булмаһын өсөн төҙөкләндереү эштәре бында кис һәм төндә башҡарыла. Ремонт барған участкаларға сикләүҙәр һәм махсус тамғалар ҡуйылған. Водителдәрҙән тиҙлек тәртибен үтәү һорала.
"Башҡортостан"
Фото: ufacity.info.
Читайте нас: