Йәйҙең йәме булып, ландыштар сәскә атты. Хуш еҫе менән бергә ап-аҡ ҡына сәскәләре тирә-йүнгә йәм тарата. Кем уйлаһын ошо сәскәләргә атап ҡушылған Ландыш исемле ҡатын аңға һыймаҫлыҡ аҙымға барыр тип.Күрше Татарстанды тетрәндергән был фажиғә хаҡында "Насар хәбәрҙәр" порталы хәбәр итә. Алдағы көндәрҙә Әлмәт ҡалаһында эштән ҡайтҡан ир ҡот осҡос картинаға юлыға: фатирҙа 8 йәшлек улы һәм 38 йәшлек кәләше Ландыш.И-ның тын алыуҙан туҡтаған кәүҙәләре ятҡан була.Тәфтишселәрҙең күҙаллауҙарынса, ҡатындың нервылары ысҡынған. Башта ул балаһын быуып үлтергән, һуңынан үҙ-үҙенә ҡул һалған.Был сикке аҙымға ҡатынды нимә этәргәне билдәһеҙ. Фотоларҙан күренеүенсә, бик матур ғаилә, эскеселәр рәтендә лә түгел. Етмәһә, Ландыш балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләгән. Мең һорау мейене сүкей... Әле йәшәп тә өлгөрмәгән бер гонаһһыҙ малай бигерәк йәл...