22 май көнө журналистар өсөн уҙғарылған брифингта Учалы үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Рөстәм Латипов коронавирусҡа бәйле төбәгебеҙҙәге хәлдәр менән таныштырҙы. Баш табип хәбәр итеүенсә, пандемия башланғандан алып ҡала-районыбыҙҙа егерме ике кешелә лаборатор рәүештә COVID-19 асыҡланған.
Бөгөнгө көндә туғыҙ кешенең ауырыуы еңел формала үтә, улар өйҙә дауалана. Ун өс кеше һауығып сыҡҡан. Шуға ҡарамаҫтан, улар ике аҙна дауамында табип күҙәтеүе аҫтында буласаҡтар. Үҙәк ҡала дауаханаһының инфекция бүлегендә ойошторолған провизор госпиталендә пневмония һәм киҫкен респиратор ауырыуы диагнозы менән 15 кешене дауалайҙар.
Инфекция таралған мәлдән алып 1000-дән ашыу яҡташыбыҙҙан вирусҡа анализ алынған.